Матур үтһен ялығыҙ
24 Апрель 2021, 04:00

Майҙың тәүге ун көнө – тотошлай ял!

Илдә яңынан локдаун иғлан итәләрме әллә? Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә...

Илдә май байрамдары араһындағы эш көндәрен ялға әйләндереү тураһындағы һөйләшеүҙәр быға тиклем дә ишетелеп ҡала ине. Бөгөн иһә бының ысынбарлыҡ икәнлеге асыҡланды. Тейешле указға Владимир Путин ҡул ҡуя.
Байрам көндәрен оҙайтыу тураһындағы тәҡдим менән Президентҡа “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова сыҡҡан. Уның һүҙҙәренсә, был коронавирус менән көрәш өсөн кәрәк, сөнки әле һаман хәлдең насарланып китеү хәүефе бар. Был кешеләрҙең 1 майға ялға, ауылдарға, баҡсаларға китеүе, бер нисә көндән әйләнеп ҡайтып эшләгәндән һуң кире ялға туҡтауҙарына бәйле.
“Кешеләр был көндәрҙә даими рәүештә тегендә-бында йөрөйәсәк. Тимәк, вирус менән алмашыныу ҙа артасаҡ. Беҙ бында хәүеф күрәбеҙ”, - тигән Анна Попова.
Уның белдереүенсә, ғалимдар һәм табип-эпидемиологтар ҙа май байрамдарын өҙөклөкһөҙ итеү яҡлы.
“Бөгөн тейешле указға ҡул ҡуйырмын”, - тигән Владимир Путин һөйләшеү барышында.
Ҡайһы бер кешеләр был турала ишеткәс, шикләнеп ҡалды. Илдә тағы бер ҡаты карантин булмаҫмы? Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, илдә яңы локдаун булмаясаҡ. Тимәк, барлыҡ ял һәм күңел асыу учреждениелары эшләйәсәк.
Шулай итеп, быйыл 1 майҙан алып 10 майға тиклем ял итәбеҙ. Тәүге эш көнө 11 май буласаҡ.
Фото: m.123ru.net
Читайте нас