Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
30 Апрель 2021, 14:53

ЙОНДОҘНАМӘ (3 – 9 май)

ҠУҘЫ

Кисектереп торған эштәрҙе әле тамамлау хәйерле. Аҙаҡ рәхәтләнеп ял итерһегеҙ. Был аҙнала күптән күрешмәгән кешене осратырһығыҙ, моғайын. Физик сәләмәт­леккә иғтибар биреү зыян итмәҫ.


БУҒА

Был аҙнала аралашыуҙарҙы сикләп торорға кәңәш ителә. Һал­ҡын тейеү хәүефе юғары. Дуҫтарығыҙҙың биргән вәғәҙәләрен­дә тормайынса, уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуы ихтимал. Борсолмағыҙ, бөтә кәртәләрҙе үҙегеҙ йырып сығырһығыҙ.


ИГЕҘӘКТӘР

Һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр өсөн уңайлы осор. Етәкселеккә үтенес менән мөрәжәғәт итһәгеҙ, ярҙам алырһығыҙ. Матди хәлегеҙ насар булмаһа ла, аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламағыҙ. Отошло тәҡдим яһарҙар.


ҠЫҪАЛА

Хаталар өҫтөндә эшләй тор­ған мәл. Үҙегеҙ хәл итә алмаған мәсьәләләрҙә белгес­тәрҙән яр­ҙам һорағыҙ. Сетерекле хәлдәрҙә имеш-мимешкә ышанып бармағыҙ, алданыу хәүефе бар.


АРЫҪЛАН

Дүшәмбе, шишәмбе эштә иғтибарлы булығыҙ, хата ебәреү хәүефе бар. Кәйефегеҙ был арала тотороҡһоҙ булмаҡсы. Ошо арала күптәнге аҡсалата бурысты ҡайтарырҙар.


ҠЫҘ

Барыһы ла ал да гөл булыр. Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн әллә ни көс һалырға ла тура килмәҫ. Дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ, үҙегеҙгә бер аҙ иғтибар бирегеҙ. Бер генә кәңәш – етәкселек менән бәхәсләшмәгеҙ.


ҮЛСӘҮ

Иң мөһим сараларҙы дү­шәм­бе, шишәмбегә планлаш­тыры­ғыҙ. Аҙна уртаһында көн­дәлек мәшәҡәттәр күп ваҡытты алыр. Йоманан алып йәкшәмбегә тиклем эшкә һәләтегеҙ бер аҙ түбәнәйер, моғайын. Шуға күрә бер аҙ ял итеп алыу ҙа зыян итмәҫ.


САЯН

Был аҙнала мөһим осрашыу көтөлә. Уны иртәнгә сәғәттәргә тәғәйенләргә тырышығыҙ. Һөй­гәнегеҙ үҙһүҙләнеп, бер аҙ кәйефе­геҙҙе төшөрөр, моғайын. Һығымта яһарға ашыҡмағыҙ: уның хаҡ булыуы ихтимал.


УҠСЫ

Тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртеү теләге тыуыр. Шулай ҙа быны әлегә кисектереп тороу хәйерле. Ғөмүмән, әлегә киҫкен ғәмәлдәр яһамай тороғоҙ. 3-4 майҙа сағыу ваҡиға көтөгөҙ.


ЫЛАҠ

Эштә көсөргәнешле осор. Бурыстар күп, уларҙы башҡарыу өсөн ваҡыт бик аҙ. Өлгөрә алмаһағыҙ, ярҙам һорағыҙ. Яңы танышығыҙҙың киләсәктә күңелһеҙлектәр тыуҙырыуы ихтимал, һаҡ булығыҙ.


ҺЫУҒОЯР

Аҙна уңыштар вәғәҙә итә. Мөһим осрашыуҙар, яңы проекттар һөҙөмтәле булыр. Үҙ эшен башлағандар отор. Яңғыҙҙар­ҙың үҙ парын осратыу мөмкинлеге бар. Шаршамбы матди хәлегеҙ яҡшырыр.


БАЛЫҠ

Был арала йорт мәшә­ҡәт­тәре, өйөгөҙгә бәйле проблемалар иғтибар үҙәгендә булыр. 5-6 май матди йәһәттән уңышлы булмаҡсы. Һаулығығыҙға иғтибар бирегеҙ, хроник сирҙәр үҙен һиҙҙерер.


Фото: ufologov.net
Читайте нас: