Өфө урамдарында яҡташыбыҙ, музыкант Юрий Шевчуктың иркенләп йөрөп ятыуын күреп күптәр ғәжәпләнгән. Ә ниңә аптырарға, үҙенең тыуып үҫкән ҡалаһы, таныш урамдары ла баһа... Өфөләр тартынып тормаған, музыкант менән танышып, фотоға төшкән, аралашҡан. Артур Рәхмәтов музыкант менән бергә төшкән фотоһын социаль селтәргә һалған.
- Ниндәй ғәжәп көн бөгөн! Һис көтөлмәгән осрашыу! Юрий Шевчук баш ҡалабыҙ Өфө тураһында клип төшөрөү ниәте менән беҙгә килгән , - тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша Артур. Өфөләр уны Мостай Кәрим исемендәге урамда урынлашҡан тыныс ресторандарҙың береһендә күреп, сәләмләргә өлгөргән. Яҡташыбыҙҙың яҡшы, күтәренке кәйефтә булыуын, һәр кем менән йылы иҫәнләшеүен дә баһалағандар.
- Ҡараһам, ҡаршыма бер таныш ағай килә! Бәй, Юрий Шевчук та баһа! “Һаумыһығыҙ!” тип сәләмләгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым, ул да йылмайып һаубуллашты, әйтерһең дә, беҙ ут күршеләр, - тип һөйләй Гөлназ Фәттәхова.