Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (17 – 23 май)

ҠУҘЫ

Мәлде файҙаланып ҡалығыҙ – барыһы ла уңышлы булыр. Эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалһағыҙ, байтаҡ мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итерһегеҙ. Был аҙнаға бер генә кәңәш – яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырышығыҙ.


БУҒА

Алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Әлегә тиклем йәшерен булған мәғлүмәтте белерһегеҙ. Яҙмышҡа идара итеү дилбегәһен ҡулығыҙға алып, шикләнмәйенсә кисекмәҫтән эшкә тотоноғоҙ.


ИГЕҘӘКТӘР

Аҙна ҡәҙимге мәшәҡәттәр менән үтер. Ығы-зығылы тормоштан арынып, тыныслыҡ эҙләрһегеҙ. Күптәр тәбиғәт ҡосағына ашҡыныр. Яңғыҙҙар ғаилә ҡорорға ҡарар итеүе бар.


ҠЫҪАЛА

Һөнәри эшмәкәрлек күп ваҡытығыҙҙы алыр. Етәкселек менән һөйләшеү, файҙалы таныш­лыҡтар булдырыу, килешеүҙәр төҙөү өсөн уңайлы осор. Ә бына аҙна аҙағында мөһим мәсьәләләрҙе кисектереп тороу хәйерле.


АРЫҪЛАН

Һөнәри эшмәкәрлекккә мөкиб­бән китеүегеҙҙе яҡындарығыҙ аңлап етмәҫ, моғайын. Шаршамбы һәм кесаҙнала аҡсағыҙҙы юҡ-барға сарыфламағыҙ. Уңышлы көнөгөҙ – шәмбе.


ҠЫҘ

Дүшәмбенән шаршамбыға тиклем – ярайһы уҡ мәшәҡәтле осор. Борсолмағыҙ: бөтә эште йылдам тамамларһығыҙ. Был арала танышҡан кешеләр яҡын дуҫтарығыҙға әүерелер. Аҙна аҙағында әүҙем булығыҙ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ.


ҮЛСӘҮ

Өҫтәмә аҡса сығанағы табыр­һығыҙ. Яңы эшлекле тәҡдимдәргә етди ҡарағыҙ, ағымдағы мәсьә­ләләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ғаиләле үлсәүҙәргә йөкләмәләрҙең күбеһен үҙ иңенә алырға тура килер, моғайын.


САЯН

Аҡсаға бәйле мәсьәләлә ашыҡмағыҙ. Хәлде дөрөҫ баһаларға өйрәнегеҙ. Әле аҡсағыҙ булмаһа ла, бурысҡа алмағыҙ. Аҙна аҙағында яҙмышты хәл иткес осрашыу көтә.


УҠСЫ

Аҙна танышыуҙарға бай булыр. Ваҡиғалар көсөргәнешле барыр, шуға күрә һәр нәмәне алдан яҙып ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ. Алған мәғлүмәтте ентекле тикшерегеҙ.


ЫЛАҠ

Дөйөм хәл тотороҡло булһа ла, тамамланмаған әүәлге эштәр үҙҙәре хаҡында иҫкәртеүе ихтимал. Ҙур ғына сығымдар ҙа көтөлә кеүек. Шәхси тормошта аныҡ ҡарарға килергә тура килер: мөнәсәбәттәрҙе өҙөргәме, әллә һаҡлап ҡалырғамы?


ҺЫУҒОЯР

Аҙна бер аҙ ҡаршылыҡлы килер. Кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ, тиҙ арала барыһы ла яйға һалыныр. Ауыр мәлдәрҙә яҡындарығыҙ ярҙамға килер.


БАЛЫҠ

Һәләтегеҙҙе бөтә тулылығында күрһәтеү мөмкинлеге тыуыр. Көтөлмәгән һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булығыҙ. Был аҙнала башҡарған эшегеҙ киләсәктә үҫешкә нигеҙ һалыр.
Читайте нас: