Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (24 – 30 май)

ҠУҘЫ

Маҡсатҡа табан барған юлда осраған барлыҡ кәртәләрҙе еңел генә үтеү өсөн көс-ҡеүәтегеҙ ҙә, тәүәккәллегегеҙ ҙә етер. Яңы проекттарға, эштәргә ҡыйыу тотоноғоҙ – был аҙнала йондоҙҙар уңыш вәғәҙә итә.


БУҒА

Иң яҡшы сифатығыҙҙы, һәләтегеҙҙе күрһәтеп ҡалығыҙ. Кәрәкле кешеләрҙең иғтибарын яуларһығыҙ, киләсәктә бының файҙаһы тейер. Үҙенсәлекле ҡарашығыҙ байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итер.


ИГЕҘӘКТӘР

Аҡса эшләгәндә, килешеүҙәр төҙөгәндә, эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалғанда абруйығыҙ ҙур әһәмиәткә эйә булыр. Шуға күрә карьерала үҫешкә өлгәшергә теләһәгеҙ, ошо үҙенсәлекте күҙ уңында тотоғоҙ.


ҠЫҪАЛА

Финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн уңышлы аҙна. Уйламаған ерҙән килем алырһығыҙ. Аҙна уртаһында яҡындарығыҙ менән аңлашыл­маусанлыҡ тыумаһын тиһәгеҙ, маҡтанмағыҙ.


АРЫҪЛАН

Әле Йыһан менән бәйләнешегеҙ һис ҡасан да булмағанса көслө. Эске тойомлауығыҙ иң сетерекле хәлдәрҙә лә ярҙам итер. Юл йөрөүҙәр артыр. Аҡсаға бәйле күптәнге мәсьәләлә асыҡлыҡ тыуыр.


ҠЫҘ

Күптәнге хыялығыҙға табан йәнә бер аҙым яһарһығыҙ. Тик әүҙемлек күрһәтеү шарт. Башлаған эште уңышлы тамамларһығыҙ, тик яңыһына тотонмай тороғоҙ – мәғлүмәт туплау зыян итмәҫ.


ҮЛСӘҮ

Эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыу өсөн ҡулай осор. Матди хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Абруйлы кеше хеҙмәттәшлек тәҡдим итер.


САЯН

Һуңғы ваҡыттағы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, һөнәри үҫештә үрләү мөмкинлеге тыуыр. Тик бынан ҡәнәғәтлек алырһығыҙмы икән? Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр иғтибар талап итер, дорфа булмағыҙ.


УҠСЫ

Был аҙнала төп иғтибарҙы һаулығығыҙға йүнәлтергә кәңәш ителә. Бер аҙ ял итеп алыу ҙа файҙаға булыр. Организмды ғына түгел, уй-хистәрегеҙҙе лә яйға һалырға тырышығыҙ. Ишеткән яңылыҡҡа ышанмағыҙ.


ЫЛАҠ

Гүзәл заттар үҙҙәрен батша­бикә итеп хис итер. Эшлекле тәҡдимдәр яуыр, мөһим эште тамамларһығыҙ, һөйөүегеҙҙе осратырһығыҙ. Бер генә кәңәш – упҡынға ашығыс ташлан­мағыҙ, мөмкинлекте барлағыҙ.


ҺЫУҒОЯР

Тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн киң мөмкинлектәр асылыр. Әммә туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеүе ихтимал. Бынан тыш, имтихан тапшырыу, фәнни эштәрҙе танытыу ҡыйынға төшөр, моғайын.


БАЛЫҠ

Аҡсағыҙҙы һаҡсылыраҡ тото­ноғоҙ, юл йөрөүгә, ремонтҡа, дауаланыуға сығым талап ителеүе ихтимал. Киләсәккә ниәттәрегеҙҙе берәүгә лә һөйләмәгеҙ. Имеш-мимешкә ышанып бар­мағыҙ.
Читайте нас: