Бөтә яңылыҡтар

Оҫтабикә Гөлгөнәнән – универсаль ҡамыр

Был ҡамыр төрлө бәлештәргә бара: әсе һәм татлы бәлештәр өсөн дә, бөйөрөктәр, пицца, майикмәк, күмәстәр һ.б.

Бөгөн “Бәйләнештә”, “Инстаграм” һәм башҡа селтәрҙәрҙә үҙенең оҫталығы, аш-һыу рецептары менән уртаҡлашыусылар, тәмле бәлештәр, бөйөрөктәр, сәк-сәк кеүек тәмлекәстәр тәҡдим итеүселәр бихисап. Шундай оҫталарҙың береһе – Сибай ҡыҙы Гөлгөнә Байегетованан универсаль ҡамыр рецебы тәҡдим итөбеҙ.
“Ҡамыр баҫа торған hауытҡа бер стакан hалҡын hыу ҡойоп, бер сәй ҡалағы ҡоро сүпрә hалып болғайһың. Икенсе hауытта 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо hалып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп болғайһың да әсеткеле hыуға ҡойоп, он ҡушып, ҡамыр башы (опара) эшләйһең. Ул тиҙ генә ҡабарып сыға.
Артабан шыйыҡ ҡамырға бер сәй ҡалағы тоҙ, 50-100 грамм тирәhе көнбағыш майы, самалап он ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫаһың. Ҡамырҙың икенсе тапҡыр ҡабарыуын да көтөү кәрәкмәй, бәлеште эшләп бешерергә ҡуяhың.
Был ҡамыр төрлө бәлештәргә бара: әсе һәм татлы бәлештәр өсөн дә, бөйөрөктәр, пицца, майикмәк, күмәстәр һ.б. Майикмак бешергәндә шыйыҡ майҙы әҙерәк ҡушаһың, 3-4 аш ҡалағы тирәһе, ә бәлеш бешергандә күберәк 100-150 грамм ҡушырға була”, – тип универсаль ҡамыр рецебы менән бүлеште Гөлгөнә.
Фото: Г. Байегетованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: