Бөтә яңылыҡтар

Скумбрияны мангалда әҙерләйбеҙ

Алдан маринадҡа һалынған балыҡ бик тәмле, һутлы килеп сыға. Рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Алдан маринадҡа һалып әҙерләнгән скумбрия бик тәмле, һутлы килеп сыға. Рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Ингредиенттар
Туңдырылған дүрт скумбрия балығы
Дүрт ҡалаҡ майонез
Өс ҡалаҡ гәрсис
Өс ҡалаҡ кетчуп
Ике баш һуған
Дүрт теш һарымһаҡ
Дүрт ҡалаҡ үҫемлек майы
Самалап тоҙ, борос, балыҡ өсөн тәмләткестәр, әҙерәк лимон һуты
Әҙерләү

Балыҡты иретеп, яҡшылап таҙартып (эсендәге пленкаһын да алып), ҡоротабыҙ.

Майонез, гәрсис, кетчуп, үҫемлек майы, лимон һуты, тәмләткестәр һәм тоҙҙо бутап маринад эшләйбеҙ. Дүңгәләкләп ҡырҡылған һуған менән иҙелгән һарымһаҡты ла шунда ҡушабыҙ.

Балыҡтың эсен-тышын ошо һут менән ышҡыйбыҙ. Ул яҡшы һеңһен өсөн өс-биш сәғәткә шулай һалып торабыҙ.

Балыҡты мангалда бешерәбеҙ. 20-30 минутта (ике яғын да 10-15-шәр минут тоторға) телде йоторлоҡ ризығыбыҙ әҙер була.

Фото: YouTube
Читайте нас: