Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (31 май – 6 июнь)

ҠУҘЫ

Осор коммерция менән шө­ғөл­ләнеү, килешеүҙәр төҙөү йәһәтенән уңышлы булмаҡсы. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итә башларға ваҡыт еткәндер, бәлки. Тәүәккәл булығыҙ, бер нимәнән дә ҡурҡмағыҙ.


БУҒА

Күп эшләргә тура килер. Кесе йомала финанс мәсьәләһе менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш ителә, аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Ял көндәрендә яҡындарығыҙ менән дорфа булмағыҙ.


ИГЕҘӘКТӘР

Эштә лә, шәхси тормошта ла сағыу ваҡиғалар булыр. Икенсе урынға күсергә теләһә­геҙ, дүшәм­бенән ҡулай көн тапмаҫһығыҙ. Матди йәһәттән дә ҡыйынлыҡ кисер­мәҫһегеҙ.


ҠЫҪАЛА

Аҙнаның тәүге көндәрендә шәх­си мөнәсәбәттәр бер аҙ киҫ­кенләшеп китмәксе. Сабыр булы­ғыҙ. Осор аҙағында һөнәри уңыш­тар көтөлә. Мул ғына табыш алыуығыҙ ихтимал.


АРЫҪЛАН

Яңы һәләтегеҙ асылыр. Йоғонтоло кешеләр мөһим эште ат­ҡарып сығырға ярҙам итер. Кесе йомала кисектерә килгән мәсьәлә менән тығыҙ шөғөлләнергә тура килер, моғайын.


ҠЫҘ

Эш урынында көтмәгәндә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Яңы таныштар менән һаҡ булығыҙ, дүшәмбе алданыу хәүефе ҙур. Аҙна аҙағында балаларығыҙға иғтибар бүлегеҙ.


ҮЛСӘҮ

Ваҡ-төйәк мәшәҡәт арҡаһында мөһим эш тураһында онотоп ҡуймағыҙ. Шаршамбы – яңы эшкә урынлашыу өсөн уңышлы көн. Был аҙнала аҙ һөйләп, күберәк эшләргә тырышығыҙ.


САЯН

Ниндәйҙер юридик проблемалар тыуыр, тик борсолоуығыҙ бушҡа булыр, хәл тиҙ арала яйланыр. Шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалыу өсөн ҡулай осор. Күптәнге дуҫтарығыҙҙың һүҙенә ышанып бармағыҙ.


УҠСЫ

Төп ваҡиғалар һөнәри өлкәлә булыр. Эш урынында үрләтеүҙәре ихтимал, тик етәкселеккә нимәнең ҡулығыҙҙан килеүен һәм килмәүен алдан уҡ әйтеп ҡуйығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр аяҡ салырға маташыр, моғайын.


ЫЛАҠ

Мажараларға, һынауҙарға бай осор. Шаршамбы аралашыу­ҙар­ҙы бер аҙ сикләргә кәңәш ителә. Шәхси мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал.


ҺЫУҒОЯР

Осор башында ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырһығыҙ, романтик осрашыуҙар ҙа булмаҡсы. Эштә йөкмәтелгән мөһим бурысты үтәү мөмкинлеге тыуыр. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ, имгәнеү хәүефе бар.


БАЛЫҠ

Яңы идеялар, киләсәккә план­дар төҙөү менән булырһығыҙ. Алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Шәхси тормошта ла шатлыҡлы ваҡиғалар көтөлә. Бер генә кәңәш – аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ.
Читайте нас: