Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
12 Июнь 2021, 22:00

Яңғыҙ аҡҡош парлы булды

Үкенескә ҡаршы, былтыр ҡоштарҙың береһе үлде һәм Кристи ҡушаматлы ата аҡҡош яңғыҙ ҡалғайны.

Өфөләге Аксаков исемендәге парктағы күлгә аҡҡоштар ҡайтты. Был хаҡта баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте.
Белеүебеҙсә, был баҡсала аҡҡоштар 2006 йылдан йәшәй. Йәйгеһен улар күлдә йөҙә, ә ҡышты махсус вольерҙа үткәрә.
Үкенескә ҡаршы, былтыр ҡоштарҙың береһе үлде һәм Кристи ҡушаматлы ата аҡҡош яңғыҙ ҡалды. Уға Силәбе ҡалаһындағы приюттан яңы пар тапҡандар. Ошо көндәрҙә аҡҡоштарҙы Аксаков баҡсаһындағы күлгә сығарҙылар.
Аҡҡоштарға үҙ парына тоғролоҡ һаҡлау хас. Улар бер ғаилә булып бөтә ғүмерҙәре дауамында йәшәй ала, әммә яңғыҙлыҡты кисерә алмай, шуға күрә яңғыҙ ҡалған аҡҡош яңы ғаилә ҡорорға тырыша.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: