Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Июнь 2021, 11:00

Сейәнән бәлеш

Ҡамыр өсөн 200 грамм эремсек, 150 грамм аҡ май, бер йомортҡа, 150 грамм шәкәр, ярты сәй ҡалағы һүндерелгән сода кәрәк.

Ҡамыр өсөн: 200 грамм эремсек, 150 грамм аҡ май, бер йомортҡа, 150 грамм шәкәр, ярты сәй ҡалағы һүндерелгән сода.

Эслек өсөн 400 грамм һөйәкһеҙ сейә, алты аш ҡалағы шәкәр, ике аша ҡалағы өйөп крахмал кәрәк.

Әҙерләү:
Тәүҙә йомшаҡ майҙы, эремсекте миксер менән туғыйбыҙ. Йомортҡа, шәкәр ҡушып тағы ла болғатабыҙ. Шунан һүндерелгән уксус өҫтәп, һәйбәтләп бутап ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына була. Уны салафан тоҡсайға һалып ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Артабан эслеккә тотонабыҙ. Сейәгә шәкәр һалып талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Крахмал өҫтәйбеҙ. Төйөндәр барлыҡҡа килмәһен өсөн һәйбәтләп болғатабыҙ. Ҡуйырғас уттан алабыҙ. Шунан ҡамыр йәйеп һыуыған әҙер сейә ҡатнашмаһын һалабыҙ. Өҫтөн ҡамыр менән биҙәп духовканы 190 градусҡа тиклем йылытып, 30-35 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: parapirogov.ru
Читайте нас: