Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
27 Июнь 2021, 12:00

Байрам өҫтәленә торт

Тәмле лә, тиҙ ҙә

Бының өсөн ярты литр кефир, 400 грамм шәкәр, ике йомортҡа, 400 грамм он, ике сәй ҡалағы сода, 10 грамм йомшартҡыс, һигеҙ аш ҡалағы какао кәрәк.

Крем өсөн:
800 миллилитр һөт, һигеҙ аш ҡалағы шәкәр, биш аш ҡалағы он, бер йомортҡа, 30 грамм аҡ май кәрәк.

Әҙерләү:
Тәүҙә кефирға сода һалып бутайбыҙ. Шәкәр, йомортҡа өҫтәп тағы ла болғатабыҙ. Иләнгән он, йомшартҡыс, какао ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ. Ҡаймаҡтан ҡуйыраҡ ҡамыр килеп сыға. Шунан йәйеп коржиктар бешерәбеҙ.
Артабан кремға тотонабыҙ. Уның өсөн шәкәргә йомортҡа ҡушып бутап талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Ҡуйырғас уттан алабыҙ ҙа аҡ май өҫтәп миксер менән һәйбәтләп туғыйбыҙ. Кремға ваниль шәкәре ҡушырға ла мөмкин. Крем һыуығас коржиктарҙы буяп ҡатлайбыҙ. Торттың иң өҫтөнә какао һибеп төнгөлеккә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Youtube.com
Читайте нас: