Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
14 Июль 2021, 10:00

Йөҙөмлө тәмле күмәс

Был рецепт буйынса бешерелгән ризыҡтың ҡамыры мамыҡ кеүек йомшаҡ була. 

Йөҙөмлө тәмле күмәс
Йөҙөмлө тәмле күмәс

Йөҙөмлө күмәс ҡамыры өсөн ярты килограмм он, самалап тоҙ, алты аш ҡалағы үҫемлек майы, бер стакан һөт, ике аш ҡалағы шәкәр, 10 грамм сүпрә кәрәк.

Эш барышы
Башта һөткә сүпрә, шәкәр ҡушып, һәйбәтләп туғыйбыҙ. Онға тоҙ, үҫемлек майы һалып, һөт ҡатнашмаһына ҡушабыҙ ҙа ҡамыр баҫып, 30-40 минутҡа йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡамыр күтәрелгәс, уны баҫҡылайбыҙ ҙа тағы 20-30 минутҡа йылыға оҙатабыҙ.

Артабан әҙер ҡамырға йөҙөм ҡушып, киҫәктәргә бүлеп әүәләйбеҙ. Форманы майлап, тәмлекәстәрҙе теҙәбеҙ. Өҫтөн ябып, ҡабарыуын көтәбеҙ. Йомортҡаны туғып, күмәстәрҙең өҫтөнә һөртәбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!


Фото: moe-online.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: