Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
16 Июль 2021, 17:11

ЙОНДОҘНАМӘ (19 – 25 июль)

max4u.ru
Фото:max4u.ru

ҠУҘЫ

Шәхси мөнәсәбәттәр бер аҙ киҫкенләшер кеүек. Барыһы ла һеҙҙең ҡулда, бәхәскә юл ҡуймағыҙ. Эш урынында көнсөлдәрҙе асыҡларһығыҙ, яманлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирегеҙ. Аҙнаның өс көнөндә алданыу хәүефе бар. 

БУҒА

Аҙна башында ғашиҡ булыуығыҙ, мөхәббәт мажараларына тарыуығыҙ бар. Һөнәри эшмәкәрлектә уңыштар көтөлә. Бер генә кәңәш – һаулығығыҙға иғтибарҙы арттырһағыҙ ине.

ИГЕҘӘКТӘР

Ахырына еткерелмәгән эштәр, хәл ителмәй ҡалған мәсьәләләр ҡайтанан ҡалҡып сығыр. Ҡайһы саҡта ҙур уңышҡа өлгәшеү өсөн нимәнелер ҡорбан итергә лә кәрәклеген онотмағыҙ. Алтын урталыҡты табырға тырышығыҙ. 

ҠЫҪАЛА 

Ҡайһы берәүҙәр эш урынында ғишыҡ уйыны уйнар. Тик уның дауамы булмаҫ. Етәкселектең күҙенә салынмаҫҡа тырышығыҙ. Ғаиләлә мөнәсәбәттәр киҫкенләшеп китеүе ихтимал. 

АРЫҪЛАН

Ылыҡтырғыс, әммә хәүефле тәҡдим яһауҙары мөмкин. Эштең нисек тамамланыуын алдан ныҡлы күҙаллаған осраҡта ғына уны ҡабул итегеҙ. Әле күберәк эшләп ҡалығыҙ, һуңынан ял итегеҙ. Сәйәхәтте планлаштыра башларға була. 

ҠЫҘ

Һөйгәнегеҙ менән мөнә­сәбәттәрҙе асыҡламаҫҡа кәңәш ителә. Әле бер-берегеҙҙән ял итеп алыу зыян итмәҫ. Ҙур әйбер һатып алыуҙы ла кисектереп тороғоҙ. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, баш тартмағыҙ. 

ҮЛСӘҮ

Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Һәр йәһәттән дөрөҫ ҡарар ҡабул итерһегеҙ. Тормошоғоҙҙо, тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе тамырынан үҙгәртеү өсөн ҡулай аҙна. Төрлө ишараларға иғтибар итегеҙ, йондоҙҙар һеҙгә юл күрһәтә.

САЯН

Күптән онотолған иҫке таныштарығыҙ үҙҙәре тураһында белдерер. Ә һеҙҙең бөтөнләй ваҡытығыҙ юҡ! Етәкселек алдында үҙегеҙҙе күрһәтеү өсөн ҡулай мәл.  Әле әүҙемлегегеҙ бик юғары, файҙаланып ҡалығыҙ.

УҠСЫ

Күптәрҙе айырылышыуҙар көтә. Быға бер ҙә борсолмағыҙ, тиҙҙән яңы ишектәр асылыр. Бурысҡа аҡса бирмәү хәйерле, кире ҡайтармауҙары ихтимал. Иң яҡшыһы – аҡсалата түгел ә кәңәш менән ярҙам итеү.

ЫЛАҠ

22-һенән 25-енә тиклем яҙмышты хәл иткес көндәр. Ошо осорға иң мөһим эштәрҙе планлаштырығыҙ. Туғандарығыҙҙың бер аҙ кәйефегеҙҙе ҡырыуы ихтимал. Ауыр саҡта дуҫтарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ.

ҺЫУҒОЯР

Был арала юлға сыҡмай тороғоҙ. Осорҙо өйҙә ял итеп үткәрергә кәңәш ителә. Бәләкәй генә көсөргәнеш һөҙөмтәһендә лә имгәнеү йәки хроник сирҙәрҙең көсәйеү хәүефе юғары.

БАЛЫҠ

Осор төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү, эш ҡағыҙҙарын әҙерләү, документ әҙерләү, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу өсөн ҡулай. Эштә яҡшы яңылыҡтар көтөлә, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре, хеҙмәт хаҡын арттырыуҙары ихтимал. Матди хәлегеҙ яҡшырыр.

 

Читайте нас: