Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
17 Июль 2021, 08:00

Ташҡабаҡтан тәмле ҡоймаҡ

Бик тәмле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Ташҡабаҡтан тәмле ҡоймаҡ
Ташҡабаҡтан тәмле ҡоймаҡ

Ташҡабаҡтарығыҙ уңыш менән ҡыуандыра башланымы?

Эҫе көндә, ауыр аш ашағы килмәгәндә, унан бик шәп ҡабымлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. 

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡабаҡты ҡырғыс аша үткәреп, ике-өс йомортҡа, самалап тоҙ, бер стакан он һалып болғатабыҙ ҙа ҡоймаҡ кеүек ҡыҙҙырып алабыҙ. Кәйеф шәп булһа, сыр, туралған колбаса лә өҫтәргә була.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: