Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
20 Июль 2021, 17:10

Ҡатыҡ тәмләү – боронғо йола

Бөрйән районында шундай үҙенсәлекле байрам үтте. Һеҙҙең иғтибарға Яуымбай уңғанбикәләренең ҡатыҡ яһау рецебын тәҡдим итәбеҙ. 

Ҡатыҡ тәмләү – боронғо йола
Ҡатыҡ тәмләү – боронғо йола

Бөрйән районы Яуымбай ауылы халҡы “Ҡатыҡ тәмләшеү" байрамын үткәргән.

"Был байрам яландар сәскәгә күмелеп, һыйырҙарҙың һөтө тәмләнгәс уҙғарыла. Ҡатыҡ (ойотҡан) - башҡорт халҡының төп һөт ризыҡтарының береһе. Башҡорт халҡының тормошон малсылыҡтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Һыйырлы көнөң - һыйлы тигән мәҡәл тап шуны һөйләй ҙә. Һөт ризыҡтарын халыҡ ололап "аҡ" тип тә атай. "Аҡ"ты түгеү, әрәм-шәрәм итеү, тәләфләү - оло гонаһтарҙан һаналған һәм һанала.

Һөт ризыҡтары - башҡорттарҙың элек-электән төп ризыҡтары булған. Ә был продукттар тиҙ боҙола. Шуға ла, халыҡ быуаттар төпкөлөнән уларҙы һаҡлау серҙәрен, ысулдарын бөртөкләп йыйып килгән.

Яуымбай уңғанбикәләренән ҡатыҡ яһау рецебы:

Бешкән һөттән ҡатыҡ.

Айыртылған һөттө ҡайнатып сығараһың. 20-30 градусҡа тиклем һыуынғас, ойотмос ҡушып тыныс ҡына урынға ҡуяһың. Урыны артыҡ һыуыҡ та, артыҡ йылы ла булырға тейеш түгел. 8-12 сәғәт үтеүгә ҡатыҡ әҙер була. Был ҡатыҡ сей ҡатыҡтан ҡуйыраҡ була. Еләҫ урында 3-4 көн сөсөлөгөн һаҡлай ала. Унан ары әсе ҡатыҡҡа әүерелә.

Ауылдың иң оло кешеһе, ағинәй Әминә Кинйәкәева ҡуйыртмаҡ әҙерләп килтергән. Боронғо ысул менән әҙерләнгән ҡуйыртмаҡ өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да күңеленә хуш килгән.

Китапханасы Разия Кинйәкәева ҡәйнәһе өйрәткәнсә ҡорот эшләгән, ул ауылдаштарын тәмле ҡорото менән һыйлаған.

Рәшиҙә Латыпова менән Альмира Байназаровалар ағас еләге ҡушылған йогурт эшләп килтергәндәр, ә Миләүшә Буранбаева ҡарағатлы йогурт яһаған.

Үҙҙәре яһаған һөт ризыҡтары менән һыйланып, төрлө уйындар уйнап, самауыр сәйе эсеп, күңелдәре булып таралышҡан яуымбайҙар.

 

(Мәғлүмәт һәм фотолар социаль селтәрҙәге “Яуымбай ауыл китапханаһы” төркөмөнән алынды).

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: