

Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәгән уңған, өлгөр хужабикә Гүзәл Аҙанғолованан тәмле бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ.
"Ҡамырҙы ярты литрҙан әҙерәк ҡуйырған ауыл ҡаймағы, ике ҡалаҡ шәкәр, бер семтем тоҙ, ярты балғалаҡ содаға он (самалап) ҡушып яҡшы итеп баҫам. Ул йомшаҡ ҡына булырға тейеш.
Эслегенә төшө алынған сейә (самалап), дүрт-биш ҡалаҡ ауыл ҡаймағы, бер йомортҡа, алты ҡалаҡ шәкәр, ярты стакандай ойоған һөт, ике ҡалаҡ он кәрәк. Быларҙың барыһын бергә ҡушып туҡып, ҡамырҙың өҫтөнә һалам да мейескә ҡуям. 40 минуттан телде йоторлоҡ ризыҡ әҙер була. Балаларыма был татлы бәлеш бик оҡшай".
Фото: Г. Аҙанғолованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.