Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
30 Июль 2021, 13:03

ЙОНДОҘНАМӘ (2 – 8 август)

pixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ

Хеҙмәттәштәрегеҙ һәм етәкселек менән һөйләшеүҙәр күңелегеҙҙе күтәрер. Юғарыраҡ вазифаға үрләтеүҙәре лә бар. Эшһеҙҙәр күңеленә ятҡан эш табыр. Яңылыҡтарҙы үҙләштереү өсөн уңайлы мәл.

БУҒА

Был аҙнала һеҙҙе һәр өлкәлә уңыш көтә. Тик мөһим ҡарар ҡабул иткәндә иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, тормошоғоҙҙоң кинәт үҙгәреп китеүе ихтимал. Кешенең тойғолары менән уйнамағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР

Һеҙҙе һөйөү һәм изгелек менән һуғарылған аҙна көтә. Йәшәү көсө артып киткәндәй тойолор. Бер генә кәңәш – аҡсағыҙҙы бушҡа туҙҙырмағыҙ, һуңыраҡ кәрәге тейер.

ҠЫҪАЛА

Шаршамбыға тиклем ҡулы­ғыҙға эш бармаҫ кеүек. Борсолмағыҙ, бер аҙ ял итеп алыу зыян итмәҫ. Уның ҡарауы, аҙна аҙағына әүҙемлегегеҙ артыр. Яҡын арала эшлекле тәҡдим алырһығыҙ. Рулдә һаҡ булығыҙ.

АРЫҪЛАН

Һәр йәһәттән уңышлы осор. Һуңғы йылдарҙа һалған тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Мул ғына табыш көтөгөҙ. Эш эҙләгәндәргә кесе йома көндө отошло тәҡдим яһарҙар.

ҠЫҘ

Яҡындарығыҙға иғтибар бүлегеҙ, иғтибарығыҙ һәм изгелегегеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ. Аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ, алда сығымдар көтөлә. Мөхәббәт өлкәһендә үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ.

ҮЛСӘҮ

Һәр ғәмәлде ахырына еткер­һәгеҙ, алдығыҙҙағы кәртәләр үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр. Эштә етди үҙгәрештәр көтөлә. Бөтә нәмәне үҙаллы башҡарырға тырышығыҙ. Яҡындарығыҙ һеҙгә ҙур өмөт бағлай.

САЯН

Шаршамбынан йомаға тиклем бизнес менән шөғөлләнгәндәр уңышҡа өлгәшер. Һуңғы арала һеҙгә еңелдән булманы, әле иһә бөтә мәсьәләләр ыңғай хәл ителер. Иң мөһиме – аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡтар юҡҡа сығыр.

УҠСЫ

Был аҙнала ижадҡа өҫтөнлөк бирерһегеҙ. Күңелегеҙгә ятмаған эште ҙур аҡса тәҡдим итһәләр ҙә эшләгегеҙ килмәҫ. Осорҙоң тәүге яртыһы бер аҙ сетерекле булмаҡсы. Бер аҙ ял итергә кәрәктер, бәлки.

ЫЛАҠ

Карьераны үҫтереү, эште алмаштырыу, һөнәри оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеге тыуыр. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Аҙнаның икенсе яртыһы һөйләшеүҙәр, файҙалы бәйләнештәр булдырыу өсөн ҡулай.

ҺЫУҒОЯР

Аҙна уртаһына тиклем – шәхси тормошта, аҙаҡ һөнәри өлкәлә һәм бизнеста уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ә бына ял көндә­рендә әүҙемлекте бер аҙ кәметергә кәңәш ителә. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауҙа ҡатнашмаҫҡа тырышығыҙ.

БАЛЫҠ

Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Кәйефегеҙҙе ҡырырға юл ҡуймағыҙ. Финанс өлкәһендә бер аҙ ҡыйынлыҡ булыр, әммә был мәсьәләне йылдам хәл итерһегеҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәренең яңы кимәлгә күсеүен тойорһоғоҙ.

Читайте нас: