Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Август 2021, 18:00

Бауырҙан ҡатлы салат

Бының өсөн 250-300 грамм һыйыр бауыры, биш йомортҡа, бер бешкән кишер, ике алма, бер баш һуған, 150 грамм колбасалы сыр, майонез кәрәк.

Бауырҙан ҡатлы салат
Бауырҙан ҡатлы салат

Салатты әҙерләүе ауыр түгел. Бының өсөн 250-300 грамм һыйыр бауыры, биш йомортҡа, бер бешкән кишер, ике алма, бер баш һуған, 150 грамм колбасалы сыр, майонез кәрәк.

Әҙерләү:
Тәүҙә бауырҙы бешереп, ҡырабыҙ. Һуғанды шаҡмаҡлап киҫәбеҙ. Сырҙы, йомортҡаны, кишерҙе, алманы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә салатты эшләй башлайбыҙ.
Беренсе ҡат – бауыр һәм тоҙ, икенсе ҡат – һуған, өсөнсө ҡат – алма, дүртенсе ҡат – кишер, бишенсе ҡат – йоморотҡа һәм тоҙ, алтынсы ҡат – сыр. Һәр ҡатын майонез менән буяйбыҙ.

Бына салатыбыҙ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!


Фото: yandex.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: