Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
14 Август 2021, 09:00

Корейса кишерҙе нисек әҙерләргә?

Бының өсөн кишергә шәкәр, тоҙ, ваҡланған кориандр, аш һеркәһе, ҡара һәм ҡыҙыл борос, һарымһаҡ, үҫемлек майы ҡушырға кәрәк.

Корейса кишерҙе нисек әҙерләргә?
Корейса кишерҙе нисек әҙерләргә?

Бының өсөн бер килограмм кишер, өс аш ҡалағы шәкәр, бер балғалаҡ тоҙ, бер аш ҡалағы ваҡланған кориандр, ике аш ҡалағы һеркә, ярты балғалаҡ ҡара борос, бер семтем ҡыҙыл борос, биш тырнаҡ һарымһаҡ, 100-150 грамм үҫемлек майы кәрәк.


Әҙерләү:

Тәүҙә кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Өҫтөнә тәмләткестәр һибәбеҙ ҙә, ҡул менән иҙгеләп, бутап, бер һауытҡа тултырабыҙ. Унан һеркә, ваҡланған һарымһаҡ, үҫемлек майын ҡайнатып ҡушабыҙ.

Бына беҙ теләгән ризыҡ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: ideireceptov.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: