Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
27 Август 2021, 14:50

ЙОНДОҘНАМӘ (30 август – 5 сентябрь)

pixabay.com
Фото:pixabay.com

 ҠУҘЫ

 

Һеҙҙең өсөн бик уңышлы аҙна көтөлә. Был айырыуса документ­тарға ҡул ҡуйыу, ҙур нәмәләр һа­тып алыуға ҡағыла. Ғаиләлә лә барыһы ла яҡшы, тик һаулығығыҙға иғтибарлыраҡ булыр кәрәк.

 

БУҒА

Ҡулығыҙҙан килмәгән эш юҡ. Көнкүреш мәсьәләләрен дә ың­ғай хәл итерһегеҙ, эштә лә оҫта­лығығыҙҙы күрһәтерһегеҙ. Хеҙмәт­тәштәрегеҙ менән аңлашылмаусан­лыҡ тыуыуы ихтимал – ғәйеп һеҙҙә түгел, шуға тыныс булығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Ошо осорҙа үҙегеҙҙән аҡса йәлләмәҫкә кәңәш ителә. Оҡша­ған әйберҙе һатып алығыҙ, яҡын­дарығыҙҙы ла бүләк биреп шат­ландырығыҙ. Аҙна аҙағында яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. 

 

ҠЫҪАЛА

Һәүетемсә аҙна көтөлә. Артыҡ көсөргәнешкә бирелмәгеҙ, йәше­неп тә ятмағыҙ. Туғандар менән мөнәсәбәттәрҙең бер аҙ боҙолоуы бар, шуға күрә мөмкинлек булһа, осрашмай тороғоҙ.

 

АРЫҪЛАН

Үҙегеҙҙе һаҡлап йөрөгөҙ. Быйыл ялда булмаһағыҙ – ваҡыт еткән. Батырға ла ял кәрәк. Ғаилә­лә аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы бар, шуға күрә яҡындарығыҙға иғтибарлы булығыҙ.

 

ҠЫҘ

Мәшәҡәтле осор. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә киҫкенлек һиҙелер. Борсолмағыҙ, был оҙаҡ­ҡа түгел, оҙаҡламай барыһы ла яйланыр.

 

ҮЛСӘҮ

Тыныс һәм шатлыҡ-ҡыуаныс­тарға бай аҙна көтөлә. Ғаилә­леләрҙе балалары һөйөндөрөр. Өлкәндәр иһә иғтибар талап итер. Бурысҡа аҡса бирмәҫкә кәңәш ите­лә, хатта яҡындарығыҙға ла, юғиһә мөнә­сәбәттәрҙең боҙолоуы ихтимал.

 

САЯН

Әйбер һатып алыуға, аҡсаға бәйле килешеүҙәр табыш килте­рер, тик быны аҙнаның тәүге яр­ты­һында эшләп ҡалығыҙ. Шар­шам­­бынан һуң хәл-ваҡиғаларҙың ҡырҡа үҙгә­реп китеүе бар. Һәр осраҡта ла тыныс булығыҙ.

 

УҠСЫ

Мөһим эштәрҙе аҙна аҙағына тиклем тамамларға кәңәш ителә. Тороп ҡалһа, бик оҙаҡҡа һуҙы­ла­саҡ. Яҡындарығыҙға, балала­рығыҙға иғтибарлы булығыҙ, улар менән күберәк ваҡытты бергә үткәрегеҙ.

 

ЫЛАҠ

Был аҙнала ир-атҡа иғти­бар­лы һәм һаҡ булырға кәңәш ителә. Был һаулыҡҡа ла, эш тар­мағына ла ҡағыла. Һөйгәне­геҙгә ҡарата артыҡ талапсанлыҡ низағҡа килте­реүе бар. Гүзәл заттар иһә, яҡынығыҙҙы көнләшмәгеҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Ҡуйылған маҡсатҡа табан тай­пылышһыҙ барығыҙ. Яңғыҙ­ҙар өсөн уңайлы осор, яңы та­ныш­лыҡтар оҙайлы мөнәсәбәт­тәргә килтереүе ихтимал. 40 йәштән үткән­дәргә тормошҡа ҡарашын ҡайтанан барлау зыян итмәҫ.

 

БАЛЫҠ

Эш кешеләре өсөн ҡулай аҙ­на. Оҡшамаһа, алмаштырырға була, етәкселектән хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһында ла һорарға мөмкин. Шулай ҙа тәҡдимдәрҙе ныҡлы уйлап ҡабул итегеҙ.

Читайте нас: