Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
28 Август 2021, 17:00

Салауат ҡалаһында Дмитрий Харатьян сығыш яһаны

Салауат “Юғары музыка көндәре” мәҙәни проектында ҡатнашҡан ҡалаларҙың береһенә әүерелде.

Салауат ҡалаһында Дмитрий Харатьян сығыш яһаны
Салауат ҡалаһында Дмитрий Харатьян сығыш яһаны

Салауат “Юғары музыка көндәре” мәҙәни проектында ҡатнашҡан ҡалаларҙың береһенә әүерелде. Унда Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Харатьян, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, “Тауыш” шоуы финалсыһы Надежда Самкова, республиканың халыҡ артистары Эльвира Фатихова һәм Вилдан Яруллин, Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡатнашлығындағы концерт күрһәтелде.

Сәнәғәт байрамы салауаттарға бик оҡшаны. “Не  вешать нос, гардемарины” йырын Харатьянға ҡушылып бөтә зал башҡарҙы. “Сәнғәт кешене тәрбиәләй, күркәмләндерә, белемгә байыта, тормошҡа гүзәллек алып килә. Мин салауаттарҙы шатландырырға һәм байрамса кәйеф булдырырға өмөтләнәм. 27 августа Ватан кинематографына 102 йыл тулды. Был – беҙҙең уртаҡ байрам”, – тине Дмитрий Харатьян.

Вилдан Яруллиндың был ҡалаға үҙ сығыштары менән күп килгәне бар. Уның әйтеүенсә, Салауат тамашасылары бик һиҙгер.  Ул ҡала халҡы өсөн “Байрам”, “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма”, “Цвети, мой Башкортостан” йырҙарын башҡарҙы.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: