Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
3 Сентябрь 2021, 13:08

ЙОНДОҘНАМӘ (6 – 12 сентябрь)

pixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ

Үҙегеҙ һайлаған йүнәлештән баш тартмағыҙ. Кем нимә тип әйтһә лә, һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ, һеҙ дөрөҫ юлда. Хыялдарығыҙ күп, тик уларҙың барыһы ла тормошҡа ашмауы ихтимал. Борсолмағыҙ, бәлки, улар бик мөһим дә түгелдер.

 

БУҒА

Был аҙнала һеҙгә бар нәмәне лә йәһәтерәк башҡарырға кәрәк. Өй һәм ғаиләгеҙ бер аҙ онотолһа ла, эштә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. Был осорҙа килгән тәҡдимдәрҙән баш тартмағыҙ. Ул яңы эш урыны йәки вазифала үрләтеүгә бәйле булыуы ихтимал.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Һеҙҙе ҡыҙыҡлы аҙна көтә. Яңы танышлыҡтар, яңы эш тәҡдим итеүҙәре бар. Бәхәсле хәлдәр килеп сыҡһа, тәжрибәле кешеләрҙән кәңәш һорағыҙ, үҙегеҙгә генә ышанмағыҙ. Аҙна аҙағында ял итегеҙ, ваҡытты ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙ менән үткәрегеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ булығыҙ, уйлап эш итегеҙ. Бурысҡа бирмәү хәйерле. Һау­лығығыҙға иғтибар итегеҙ, айырыуса ашҡаҙанығыҙға. Ғаиләле булыу өсөн уңайлы мәл.

 

АРЫҪЛАН

Шәхси тормошоғоҙ алғы планға сығасаҡ. Ошо сәбәпле эшегеҙ бер аҙ туҡтап торор, тик ҡайғырмағыҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Кешеләр менән һүҙгә килешмәгеҙ, оҙайлы аңлашылмаусанлыҡ һәм бәхәскә әйләнеүе ихтимал. 

 

ҠЫҘ

Күсемһеҙ милек менән эштәр өсөн уңышлы мәл. Һатып алыу айырыуса һәйбәт һөҙөмтә бирә­сәк. Бурысҡа аҡса алмаҫҡа тыры­шығыҙ, ҡайтарыуы ауыр буласаҡ. Тама­ғығыҙҙы һаҡлағыҙ, көндәр һалҡын торһа, сирләп китеүегеҙ ихтимал.

 

ҮЛСӘҮ

Әгәр быйыл ял итмәгәнһегеҙ икән, ваҡыт етте. Тәбиғәткә сығып, яҡындарығыҙ менән ваҡыт уҙғарыу ҡыуаныс килтерер. Ғаиләгеҙ һәм балаларығыҙ әллә ҡасан иғтибарығыҙҙы көтә бит. Һәйбәт яңылыҡ ишетеүегеҙ бар.

 

САЯН

Эштәрегеҙ ҙә, бурыстарығыҙ ҙа бик күп. Алдан план­лаш­тырһағыҙ һәм унан тайпыл­маһағыҙ, барыһына ла өлгөрә­сәкһегеҙ. Аҙна аҙағында һеҙҙе бүләк көтә. Уның аҡса булыуы ихтимал.

 

УҠСЫ

Шик һәм ҡурҡыуҙарығыҙҙы ситкә ҡуйып тороғоҙ. Улар һеҙгә яңы башланғыстарығыҙҙа ҡама­саулаясаҡ. Проблемалар тура­һында әлегә яҡындарығыҙға һөй­ләмәгеҙ, яҡшыға килтермәҫ. Бала­ларығыҙ тураһында онотмағыҙ, уларға һеҙҙән иғтибар кәрәк.

 

ЫЛАҠ

Ошо арала осрашҡан һәм аралашҡан кешеләрҙән файҙа алырға тырышығыҙ. Ә бына яҡындарығыҙ менән һағыраҡ булығыҙ, уларҙың уйламайынса зыян килтереүе бар. Эш өсөн уңышлы аҙна, тик һаулығығыҙҙы ла онотмағыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Был осорҙа яһаған хата­ларығыҙ өсөн борсолмағыҙ. Һуңғараҡ уларҙы төҙәтеү мөмкинлеге булыр. Берәй кеше оҡшай икән, уға был турала әйтегеҙ. Уңыш йылмайыуы ихтимал.

 

БАЛЫҠ

Яҡын кешегеҙ менән бәхәс­тәрҙән ҡасып булмаҫ. Һеҙгә “һыуынырға” кәрәк. Иғтибар­һыҙлығығыҙ арҡаһында эштә проблемалар тыуыуы бар. Ҡайһы бер эштәрҙе бер нисә ҡат башҡарырға тура килер.

Читайте нас: