Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
6 Сентябрь 2021, 23:30

Тыныс йорт - һаулыҡ нигеҙе

Өйҙә һәр саҡ йәмле, тыныс, уңайлы булһын өсөн ниҙәр эшләргә кәңәш ителә?

Тыныс йорт - һаулыҡ нигеҙе
Тыныс йорт - һаулыҡ нигеҙе

Йәшәгән йорт-ерең тынысмы, уңайлымы? Борон-борондан ололар өй һалыу өсөн урын билдәләгәндә бик уйлап эш иткән. Йәшәү өсөн яйлы, сәләмәтлеккә зарарһыҙ ерҙе тәжрибәләренә таянып һайлай белгәндәр. Әлбиттә, хәҙер ҡала фатирҙарында ундай һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, шулай ҙа ыңғай энергиялы урынды асыҡларға була, тиҙәр.

Яҡшы энергиялы йортта вазаларҙағы сәскәләр оҙаҡ һулымай тора, ағас әйберҙәр йылылыҡ һаҡлай, ти күҙәтеүселәр. Дөрөҫтөрмө-юҡмы, насар энергиялы йорттарҙа һөттөң тиҙерәк әсеүен, ҡайнар аштың тиҙ һыуыныуын, шәмдең һүрән яныуын билдәләгәндәр.

Йортта һәр саҡ йәмле, тыныс һәм уңайлы булһын өсөн тәүҙә үҙебеҙгә тырышлыҡ һалырға кәрәк - һәр һүҙебеҙ, хис-тойғоларыбыҙ ошо йәшәгән мөхиттә сағылыш таба. Асыу, әрләшеү һеҙгә тыныс йоҡларға, ял итергә форсат бирмәйәсәк. Төшөнкө кәйефтән ҡотолорға ҡыҙыҡлы китап, күңелле музыка йәки фильм ярҙам итер.

Өйҙәге оҙаҡ ҡулланылмаған, иҫкергән, кәрәкмәгән әйберҙәрҙе, айырыуса вафат булған кешеләрҙең кейемдәрен йылдар буйы һаҡлауҙан ҡотолоғоҙ, тигән кәңәш бирә психологтар. Йорт йәки фатир тамаҡ ялғай, йоҡлай торған ғына урын түгел, ә йәшәү биләмәбеҙ. Ул беҙҙең кем һәм ниндәй икәнлегебеҙҙе асыҡ сағылдыра, көс-ҡеүәт, күңелгә тыныслыҡ бирә. Юҡҡа ғына “Минең йортом - минең ҡәлғәм”, тимәгәндәр.

Үҙ-ара һәйбәт мөнәсәбәт, татыулыҡ хөкөм һөргән, таҙа, йыйнаҡ, һәр ерҙә тәртип булған йорт сәләмәтлегегеҙҙе оҙаҡ йылдар һаҡларға ярҙам итер. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора.

Фото: Legko.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: