Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
10 Сентябрь 2021, 14:54

ЙОНДОҘНАМӘ (13 – 19 сентябрь)

pixabay.com
Фото:pixabay.com

 ҠУҘЫ

Ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙың ағышына йоғонто яһай алмаҫ­һығыҙ, шуға күрә һәр нәмәгә фәл­сәфәүи күҙлектән ҡарарға тырышы­ғыҙ. Ғаиләлеләргә низағлашмаҫҡа кәңәш ителә, айырылышыу хәүефе бар.

 

БУҒА

13 – 17 сентябрь – эш урынын алмаштырыу өсөн ҡулай осор. Һәр йәһәттән әүҙемлек күрһәтеү шарт. Шәхси тормошта ғына ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, барыһы ла үҙ яйына барһын.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Етәкселек менән бәхәсләш­мәгеҙ: хоҡуғығыҙҙы яҡлағыҙ, әммә итәғәтле булығыҙ. 17 сен­тябрҙән уңышлы осор башлана. Ял көн­дәрендә тәбиғәт ҡосағында ял итегеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Социаль бәйләнештәр уңыш­лы булмаҡсы. Күптәнге таныштар менән осрашыу киләсәге­геҙгә ыңғай йоғонто яһар. Туҡ­ланыуға иғтибар бирегеҙ, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартыу хәйерле.

 

АРЫҪЛАН

Яңы башланғыстар осоро, тик ниндәйҙер эште башлар алдынан етәкселектә хуплау табыу шарт. Һәләтегеҙҙе һәм оҫталығы­ғыҙҙы күрһәтеү өсөн киң мөмкин­лектәр асылыр. Яҡындарығыҙға үпкәгеҙҙе белдер­мәҫкә кәңәш ителә.

 

ҠЫҘ

Бөтә нәмә ныҡышмалылыҡҡа һәм тәүәккәллеккә бәйле. Әле ҙур килешеүҙәр төҙөү өсөн ҡулай мәл, тик уның шарттарын алдан уҡ ентекле өйрәнегеҙ. Гүзәл заттар­ҙы ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.

 

ҮЛСӘҮ

Тырышлығығыҙ, башҡарған эшегеҙ өсөн яҙмыштан бүләктәр көтөгөҙ. Кәйефегеҙ күтәренке булыр. Алыҫ киләсәккә план ҡорма­ғыҙ, ниәттәрегеҙ үҙгәреп торор, ысынбар­лыҡта йәшәгеҙ.

 

САЯН

Осор ижади эҙләнеүҙәргә, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай. Таныш булмаған өлкәлә лә уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге бар. Яңғыҙ­ҙар­ҙың үҙ йәрен табыуы ихтимал.

 

УҠСЫ

Үткәндәрҙә ҡалған кеше менән осрашыу тормошоғоҙҙоң аҫтын өҫкә килтерер. Хис-тойғо­ларға ирек бирмәгеҙ, тыныс ҡалырға тырышығыҙ. Яҡындарығыҙ һеҙҙең иғтибарға лайыҡ, күңел йылылығын йәлләмәгеҙ.

 

ЫЛАҠ

Әле тормошоғоҙҙа ҙур үҙгә­рештәр башлана. Уларҙың мө­һим­леген бер аҙҙан асыҡ тойор­һоғоҙ. Таныш булмаған кешеләрҙе үҙегеҙгә яҡын ебәрмәгеҙ. Ә бына һыналған дуҫтар яҡшы кәңәш бирер.

 

ҺЫУҒОЯР

Эргәгеҙҙә дорфа ҡыланған кешеләр күбәйеп китер. Әммә уларға әллә ни иғтибар итмәҫ­һегеҙ, сөнки эске кисерештәр бар булмышығыҙҙы яулар. Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ. Ваҡытығыҙҙы өйөгөҙгә, яҡында­рығыҙға бүлегеҙ.

 

БАЛЫҠ

Етәкселектән тәнҡит һүҙе ишет­кегеҙ килмәһә, ең һыҙғанып эшкә тотоноғоҙ. Һуңғы арала ялҡаулана баш­ланығыҙ түгелме? Күңе­легеҙгә ятмаған кешеләр менән ара­лашыуҙарҙы сикләү хәйерле.

Читайте нас: