Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
17 Сентябрь 2021, 16:04

ЙОНДОҘНАМӘ (20 – 26 сентябрь)

haipovo.ru
Фото:haipovo.ru

ҠУҘЫ

Аҙна әллә ни ауыр тойолмай, шулай ҙа бер-ике мөһим мәсьәләне хәл итергә тура килер. Шәхси мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал. Кисектерелгән проблемалар яңынан ҡалҡып сығыр.

 

БУҒА

Был осорҙа күптәр һеҙҙе һайлаған юлығыҙҙан тайпы­лырға күндерергә тырышыр. Берәүҙе лә тыңламағыҙ, ныҡыш­малы алға барығыҙ. Рулдә һаҡ булығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Аҙнаны тулыһынса үҙегеҙгә арнау зыян итмәҫ. Мәшәҡәт­тәрҙе ситкә ҡуйып, ял итеп алығыҙ. Дуҫтарығыҙҙы барлағыҙ, ҡайһы берәүҙәр аяҡ салырға маташа түгелме?

 

ҠЫҪАЛА

Йылдың иң тыныс осоро башлана. Бөтә мәсьәләләр еңел хәл ителер. Әлеге эш урыны ҡәнәғәтләндермәһә, яңыһын тиҙ арала табырһығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Кәйефегеҙ даими үҙгәреп торор. Күптән күрешмәгән дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ, әле һеҙгә был бик кәрәк. Яңы эшкә тотонмай тороу хәйерле, башлағандарын тамамлағыҙ.

 

ҠЫҘ

Ошо арала тыуған бөтә мәсьәләләр буйынса яҡында­рығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Яңғыҙ уларҙы хәл итә алмаҫ­һығыҙ. Мөһим ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғанда иғтибарлы булығыҙ. Бурысҡа аҡса алмаҫҡа тырышығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Һөнәри үҫеш өсөн ҡулай аҙна. Дәрәжәле кешеләрҙең ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Шишәмбе бик яуаплы бурыс йөкмәтеүҙәре ихтимал. Күп нәмә уны нисек башҡарыуығыҙға бәйле.

 

САЯН

Һәр эште ваҡытында баш­ҡарығыҙ, юғиһә тиҙҙән мәшәҡәт артып китер. Ғаиләлә етди һөйләшеү көтөлә. Етәкселек менән аралашҡанда мөнәсәбәттәр боҙолмаһын тиһәгеҙ, дорфа ҡыланмағыҙ.

 

УҠСЫ

Ваҡиғаларҙы ашыҡтыр­ма­ғыҙ. Аҡсаға бәйле мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы шарттар тыуыр. Кредит алғандар уны еңел генә ҡайтарыу сараһын табыр. Уҡып йөрөгәндәргә тәртип боҙмаҫҡа кәңәш ителә, эҙемтәләре күңелегеҙгә ятмаҫ.

 

ЫЛАҠ

Осор бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Шишәмбе эштә аяҡ салырға маташырҙар. Әммә аҙна аҙағында һеҙҙең хаҡ булыуығыҙ асыҡ­ланыр. Ошо арала мөһим хәбәр алырһығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Был арала ял итеүҙе оно­тор­ға тура килер. Ҡапыл мәшә­ҡәт артып китер. Милек мәсьә­ләләрен кисектереп тороу хәйерле. Шишәмбе шикле эштәрҙән йыраҡ тороғоҙ.

 

БАЛЫҠ

Һуңғы ваҡыттағы әүҙем эшмәкәрлегегеҙҙең һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Бөтә башланғыс­тарығыҙ уңышҡа өлгәшер. Шулай ҙа ҡайһы бер ниәттәрегеҙ тураһында хатта яҡын дуҫтарығыҙға ла һөйләмәй тороғоҙ.

Читайте нас: