Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
26 Сентябрь 2021, 17:00

Еләкле манник

Ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы тәмле-татлы менән ҡыуандырырға тырышабыҙ, эйеме? Бына тағы бер рецепт.

Еләкле манник
Еләкле манник

Бының өсөн бер стакан манный ярмаһы, бер стакан кефир, бер стакан шәкәр, бер стакан он, өс йомортҡа, 1/3 сәй ҡалағы ванилин, 3/4 сәй ҡалағы сода, бер семтем тоҙ, 150 грамм ҡаймаҡ, еләк кәрәк.

Әҙерләү:
Манный ярмаһын кефир менән бутайбыҙ ҙа ҡабарып сыҡҡансы бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Йомортҡа менән шәкәрҙе миксер менән туғыйбыҙ ҙа, тоҙ һәм ванилин һалып, манный ярмаһы менән бергә туғыйбыҙ. Шунан он менән сода ҡушабыҙ. Форманы майлайбыҙ. Еләктәрҙе йәйеп һалабыҙ ҙа ҡамырҙы ҡоябыҙ.
Мейесте 170-180 градусҡа тиклем йылытып, 40-60 минут бешерәбеҙ. Манник һыуығас, ҡаймаҡ менән шәкәрҙе бутап өҫтөнә һылайбыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: cookpad.com

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: