Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
27 Сентябрь 2021, 08:50

Рәсәйҙе яңынан астылар

Байрамда ҡатнашыусылар республика баҫмаларына яҙылыу мөмкинлегенән файҙаланды.

Рәсәйҙе яңынан астылар
Рәсәйҙе яңынан астылар

Өфөлә үткән “Рәсәйҙе яңынан асабыҙ” фестивалендә билдәле сәйәхәтселәр,  яҙыусылар, туристар менән осрашыуҙар ойошторолдо, фильмдар күрһәтелде, проекттар,  туристик фирмаларҙың ғаилә маршруттары презентацияланды. Халыҡ ижады тауарҙары күргәҙмәһе,  Рус география йәмғиәте проекттары еңеүселәрен бүләкләү, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы журналистары менән осрашыу өфөләр күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Байрамда ҡатнашыусылар республика баҫмаларына яҙылыу мөмкинлегенән файҙаланды.

“Рәсәйҙе яңынан асабыҙ” фестивале ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Хәҙер уның төбәк этаптары ла уҙғарыла. 12 сентябрҙә эстафетаны Екатеринбург ҡабул итһә, бына әле Өфө уны үткәреүгә яуаплы.

Августан декабргә тиклем саралар Рәсәйҙең биш федераль округында ойошторола. Фестиваль порталында бөтә теләгән кешеләр конкурстарҙа, мәғлүмәт, мәғариф, экспедиция сараларында ҡатнаша аласаҡ.

Кисә теләгән һәр кем Рус география йәмғиәтенән  квест үтә алды.  Сара барышында #путешествуйсрбсми (#ТопиСРбсми) флэшмобы үтте, журнал һәм гәзиттәргә яҙылғандарҙың фотографиялары республика матбуғат баҫмалары сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә урын аласаҡ.  Шулай уҡ баҫмаларға яҙылыусылар йыл аҙағында үткәреләсәк приздар отошонда ҡатнашасаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: