Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
1 Октябрь 2021, 14:16

ЙОНДОҘНАМӘ (4 – 10 октябрь)

 ҠУҘЫ

Барлыҡ ниәттәрегеҙҙе тор­мош­ҡа ашыра алмаһағыҙ ҙа, күңелегеҙ төшмәһен. Һуңғы арала тырышып эшләнегеҙ, шуға күрә яҙмыш һеҙгә шатлыҡлы ваҡиғалар бүләк итер. Матди хәлегеҙ яҡшырыр.

 

БУҒА

Ҡотҡоға бирелмәгеҙ, ниндәй генә хәлгә тарыһағыҙ ҙа, тыныс ҡалырға тырышығыҙ. Финанс хәл тотороҡлана. Был аҙна аҡса һалыу­ҙар өсөн отошло, тик белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Аҙым һайын ылыҡтырғыс то­ҙаҡ һағалар, ләкин әлегә уларҙан һаҡланыу хәйерле. Туҡланыуға иғ­ти­бар бирегеҙ, айырыуса ял көндәрендә. Яҡындарығыҙ менән мөнәсә­бәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал.

 

ҠЫҪАЛА

Һуңғы арала кеше һүҙенә йыш ҡолаҡ һала башланығыҙ түгел­ме? Уларҙың ҡотҡоһона бирелеп, яҡындарығыҙҙы рәнйе­теп ҡуй­мағыҙ. Әле бөтә эште ситкә ҡу­йырға, ғаиләгеҙгә өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә.

 

АРЫҪЛАН

Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торған мәл. Иң уңышлы көнөгөҙ – йома, 8 октябрь. Барлыҡ мөһим осра­шыу­ҙарҙы, эштәрҙе ошо көнгә тәғәйенләгеҙ. Ял көндәрендә сағыу ваҡиға булмаҡсы.

 

ҠЫҘ

Был арала әүҙемлекте бер аҙ кәметергә, ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе кисектереп торорға мөмкин. Эштә аҙна уртаһында мәшәҡәт артыр, ситтән ярҙам да кәрәк булыр. Көсөргә­нештән һаҡланығыҙ, һеҙгә әле ял кәрәк.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙна ярайһы уҡ уңышлы булыр. Эштә яңы тәҡдим алырһы­ғыҙ. Яңғыҙҙарҙы яңы танышлыҡ­тар көтә. Әлегә тиклем сетерекле күренгән мәсьәлә ошо арала үҙенән-үҙе хәл ителер. Ниәттәрегеҙҙе берәүгә лә һөй­ләмәгеҙ, көнләшеүҙәре ихтимал.

 

САЯН

Осор эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыу йәһәтенән отошло. Тик хис-тойғоларҙы бер аҙ ауыҙ­лыҡлау зыян итмәҫ, һүҙегеҙҙе үл­сәп һөй­ләргә тырышығыҙ. Шәхси тормошта тыуған аңлашылмаусанлыҡ аҙна аҙағына үтер.

 

УҠСЫ

Етди эштәр, һөйләшеүҙәр, ки­лешеүҙәр төҙөү, етәкселеккә мө­рәжәғәт итеү өсөн уңайлы мәл, тик артыҡ һүҙ һөйләмәҫкә тыры­шы­ғыҙ. Күптән борсоған пробле­маларға ҡыйыу тотонорға мөмкин – уңыш юлдаш булыр.

 

ЫЛАҠ

Тормошоғоҙҙа тыуған хәл-шарттарға ҡаршы тормағыҙ. Иң яҡшыһы – уларға яраҡлашыу. Яҡындарығыҙ менән һүҙгә килмә­геҙ: тиҙҙән уларҙың ярҙамына мохтаж булырһығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Яңы таныштар барлыҡҡа килер. Яңғыҙҙарҙы яҙмышты хәл иткес осрашыу көтә. Аҡса мәсьә­ләһенә килгәндә, бурысҡа алмаҫ­ҡа кәңәш ителә. 6 октябрь ярайһы уҡ сетерекле булмаҡсы, яҡындарығыҙҙың ярҙа­мынан баш тартмағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Тормошоғоҙға берәүҙе лә ҡатнаштырмағыҙ. Эске һиҙемлә­үе­геҙ уйланылмаған аҙымдарҙан һаҡлар. Эштә бер аҙ көсөргәнеш­ле мәл булһа ла, шәхси тормошта барыһы ла ал да гөл кеүек. Яҡынығыҙ тураһында мөһим хәбәр ишетерһегеҙ.

Читайте нас: