Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
8 Октябрь 2021, 14:15

ЙОНДОҘНАМӘ (11 – 17 октябрь)

ҠУҘЫ

Яҡын арала һәләтегеҙҙе бөтә тулылығында күрһәтеү мөмкин­леге тыуыр. Берәй ҡарарға килһә­геҙ, шикләнмәгеҙ, уны үҙгәртмәгеҙ. Аҡса мәсьәләһендә һаҡсыллыҡ кәрәк. Йомала таныш булмаған кешеләр менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ.

 

БУҒА

Ғәҙәттән тыш хәл тыуыуы ихтимал. Йылдам ҡарар ҡабул итергә тура килер. Юл йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ: һалҡын тейеү хәүефе бар.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Никахлашыу, ғаилә мөнәсә­бәттәрен нығытыу өсөн ҡулай осор. Дүшәмбелә ниндәйҙер мө­һим мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Йондоҙҙар танышлыҡтар даирәһен әүҙе­мерәк киңәйтергә кәңәш итә. Ҡыҙыҡлы кеше менән осрашырһығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Еңел генә аҡса эшләү мөм­кинлегенә һаҡ ҡарағыҙ, кире­һенсә, бурысҡа батыуығыҙ бар. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт­тәр­ҙе асыҡламағыҙ, итәғәтле булығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ – шаршамбы.

 

АРЫҪЛАН

Мөһим мәғлүмәт ишетер­һе­геҙ. Был аҙнала барлыҡ ниәттә­регеҙ еңел генә тормошҡа ашыр. Йомала килешеү төҙөүҙе кисектереп тороғоҙ. Йәкшәмбе сағыу ваҡиға булмаҡсы.

 

ҠЫҘ

Мәшәҡәт артып китер. Таныш булмаған кешеләргә серегеҙҙе сисмәгеҙ. Һөнәри эшмәкәрлектә үҫеш йәки эш хаҡын арттырыу­ҙары ихтимал. Тораҡты төҙөкләндереү өсөн уңайлы мәл.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙна әүҙем ял менән үтер. Ниндәйҙер мөһим ваҡиғаға әҙер­ләнерһегеҙ. Кисектерә килгән эште башҡарып ҡуйырһығыҙ. Осор юл йөрөү өсөн дә ҡулай. Мул ғына килем алырһығыҙ.

 

САЯН

Иңегеҙгә үтәй алмаҫлыҡ бурыстар алмағыҙ, юғиһә аҙна уртаһына уҡ арығанығыҙҙы то­йорһоғоҙ. Мөһим мәсьәләне хәл итеү өсөн әүәлге бәйләнештәрҙе тергеҙергә тура килер. Ҡайһы саҡта башҡалар менән уртаҡ тел табыуҙа ҡыйынлыҡ тыуыр.

 

УҠСЫ

Күптәргә бүтәндәрҙең эшен йөкмәтерҙәр. Ярҙамлашырға мөмкин, тик тулыһынса үҙегеҙгә һалышырға рөхсәт итмәгеҙ. Йома яҡындарығыҙ араһынан кемдер мөнәсәбәт­тәрҙе асыҡларға ниәтләр, ҡотҡоға бирелмәгеҙ. 

 

ЫЛАҠ

Төп иғтибар аҡса эшләүгә, һөнәри эшмәкәрлектә абруйҙы күтәреүгә йүнәлтелер, моғайын. Өҫтәмә килем алырға теләһәгеҙ, интернет селтәрен файҙаланырға кәңәш ителә. Шишәмбелә документтар тултыр­ғанда һаҡ булығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Барыһы ла ал да гөл кеүек. Оҙайлы хеҙмәттәшлек тәҡдим итерҙәр. Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге бар. Бер генә кәңәш – һаулығығыҙҙы хәстәрлә­геҙ, организмығыҙ талсығыуын һиҙ­ҙерер.

 

БАЛЫҠ

Артыҡ көсөргәнештән һаҡла­нырға тырышығыҙ, юғиһә бик тиҙ хәлегеҙ бөтөр. Яҡындарығыҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж, шуға күрә ҡайһы бер мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып торорға тура килер. Ҙур әйбер һатып алыуҙы ял көндәренә планлаштырығыҙ.

Читайте нас: