Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
9 Октябрь 2021, 16:15

Бөрйәндә байрам йәрминкәһе гөрләне

Йәрминкәлә гәзиткә яҙылыу ҙа ойошторолдо.

Бөрйәндә байрам йәрминкәһе гөрләне
Бөрйәндә байрам йәрминкәһе гөрләне

Бөрйән районында ла байрам йәрминкәһе үтте. Иҫке Собханғолдоң үҙәге таңдан гөр килә ине инде: сауҙа нөктәләре ҡорола, бесән, утын тейәгән машиналар уңайлы урын һайлай, иген, кәбеҫтә тейәгән машиналар тирәһендә халыҡ сиратҡа теҙелә.

Халыҡ осһоҙораҡ хаҡҡа ит, бал һәм башҡа продукция һатып алыу мөмкинселегенә эйә булды.

Йәрминкәлә шулай уҡ республика, район баҫмаларына яҙылыу ҙа ойошторолдо. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышы һәр кемгә байрам кәйефе өҫтәне.

Фото: “Таң” гәзите сайтынан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: