Матур үтһен ялығыҙ
9 Октябрь 2021, 07:00

Көҙгө йәрминкәләр гөрләп уҙа

Йәнең ни теләй, бында барыһын да һатып алыу мөмкинлеге бар: йәшелсә, үҫентеләр, бал, ит һәм башҡа бик кәрәкле тәбиғи аҙыҡ-түлектәр.  Килегеҙ, күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Көҙгө йәрминкәләр гөрләп уҙаКөҙгө йәрминкәләр гөрләп уҙа
Көҙгө йәрминкәләр гөрләп уҙа

Республика көнөн быйыл ғәҙәттәгесә төрлө сағыу байрам кисәләре, тамашалар менән  ҡаршылай алмаһаҡ та, күңелһеҙләнергә урын юҡ.  Район үҙәктәрендә көҙгө йәрминкәләр гөрләп уҙа.

Үрге Йәркәйҙә район хужалыҡтары, ойошмалары, предприятиелар, крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтар үҙҙәренең продукцияларын һатырға Совет урамындағы майҙанға йыйылды.  Йәрминкә алып-һатыу урыны ғына түгел, бында райондың мәҙәниәт  бүлеге ойошторған концертты ла ҡарап буласаҡ. Күңел асыу, таныштарың менән аралашыу урыны ла ул йәрминкә. Бары санитар-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәргә кәрәк.

Баҡалылар ҙа көҙгө байлыҡ-муллыҡ йәрминкәһенән ситтә ҡалмаясаҡ. Республика көнөндә байрамса ауыл хужалығы йәрминкәһе яҡташтарҙы үҙенә йыясаҡ. Йәнең ни теләй, бында барыһын да һатып алыу мөмкинлеге бар: йәшелсә, үҫентеләр, бал, ит һәм башҡа бик кәрәкле тәбиғи аҙыҡ-түлектәр.  Килегеҙ, күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Фото Баҡалы районы хакимиәте архивынан алынды.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас