Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
9 Октябрь 2021, 14:30

Йәнең ни теләй, барыһы бар...

“Сыуаҡ көн кәйефтәрҙе күтәрҙе, көҙгө  йәрминкә  муллығы менән таң ҡалдырҙы,” ти шарандар.

Йәнең ни теләй, барыһы бар...
Йәнең ни теләй, барыһы бар...

Республика көнө байрамы алдынан Шаран районында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Әлбиттә, быйылғы эпидемиологик хәл бер ни тиклем  йәшәйешебеҙгә үҙгәрештәр индерҙе, санитария –гигиена талаптары ҡәтғиләнде. Сауҙа майҙаны гөрләп тора, район халҡына хужалыҡтарҙа үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләк, ит-май,  балыҡ, һөт, башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тәҡдим ителде.

Шарандар байрам алды йәрминкәһендә ҡатнашып, үҙҙәре үҫтергән һәм етештергән  продукцияларын халыҡҡа һатырға сығарған бөтә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерә.  “Сыуаҡ көн кәйефтәрҙе күтәрҙе, көҙгө  йәрминкә  муллығы менән таң ҡалдырҙы,” ти шарандар.

Фото: Шаран районы хакимиәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: