Матур үтһен ялығыҙ
15 Октябрь 2021, 07:32

ЙОНДОҘНАМӘ (18 – 24 октябрь)

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ

Һуңғы арала йыйылып киткән мәшәҡәттәрҙең осона сығырһы­ғыҙ, әммә хаталанып ҡуймағыҙ. Ҡарар ҡабул иткәндә ашыҡмағыҙ! Яҡындарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.

 

БУҒА

Яҡшы аҙна. Мөхәббәт, яңы танышлыҡтар өсөн бынан да ҡулайыраҡ мәл тапмаҫһығыҙ. Етәкселек һәләтегеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеген бирер. Әүҙем булығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Ҡайһы бер ғәмәлдәрегеҙҙе сикләргә тура килер. Һаулы­ғығыҙға иғтибар кәрәк: сирләп китеү хәүефе бар. Ял көндәрендә сағыу ваҡиға көтөлә. Матди килем алыу мөмкинлеге бар, тик аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Етди эштәрҙе кисектереп тороу хәйерле. Шул уҡ ваҡытта күңел асыу саралары артыҡ булмаҫ ине. Ҡыҙыҡлы осрашыуға саҡырырҙар, моғайын. Баш тартма­ғыҙ, тик хис-тойғоларығыҙҙы йәшерергә тырышығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Дүшәмбенән шаршамбыға тиклем уңышлы осор. Кесаҙ­нала телегеҙҙе тыйма­һағыҙ, ҡәҙерле кешегеҙҙе юғалтыу хәүефе ҙур. Ял көндәрендә күңел кисе­рештәренә иғтибар итегеҙ – тормошоғоҙҙо үҙгәртергә ваҡыт етмәнеме икән?

 

ҠЫҘ

Аҙнаның тәүге яртыһы ҡәҙим­гесә үтер. Ә бына шаршамбы, кесаҙнала күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуыр. Яңғыҙҙарҙың ғаилә ҡорорға ҡарар итеүе ихтимал.

 

ҮЛСӘҮ

Ниһайәт, күңелегеҙгә ятҡан шөғөл табырһығыҙ! Уның мул ғына килем килтереүе лә бар. Аҙна аҙағында күптән күрешмәгән кешене осратыуығыҙ бар. Унан мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ.

 

САЯН

Аҙна бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Ауыр холҡоғоҙ ар­ҡаһында эштә хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкен­ләшеүе ихтимал. Ял көндәрендә яңғыҙ ҡалып, хис-тойоғоларығыҙҙы тәртипкә килтерергә кәңәш ителә.

 

УҠСЫ

Дүшәмбенән алып шаршамбы кисенә тиклем ниндәй эшкә тотонмағыҙ, барыһы ла уңышлы булыр. Ә бына аҙнаның икенсе яртыһында етәкселек менән һүҙгә килеүегеҙ ихтимал. Эргәгеҙҙә сәйер кешеләр бар, серегеҙҙе берәүгә лә асмағыҙ.

 

ЫЛАҠ

Хеҙмәтегеҙ тейешенсә баһа­ланыр. Аҡсалата премия би­реүҙәре лә бар. Әммә аҡсағыҙҙы шунда уҡ тотонорға ашыҡмағыҙ, һуңыраҡ кәрәге тейер. Был арала сәфәрҙәр уңышлы булыр. 

 

ҺЫУҒОЯР

Байтаҡ күңелле мәлдәр кисерерһегеҙ. Берәүҙәр тото­роҡло эш табыр, икенселәр мул ғына табыш алыр, өсөнсөләр һөй­гәнен табыр. Аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡтар тыуыуы, яҡындарығыҙ менән һүҙгә килеүегеҙ ихтимал.

 

БАЛЫҠ

Дүшәмбенән шаршамбыға тиклем сәйер эштәрҙә ҡатнашма­һағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Башҡаларҙың фекере менән иҫәпләшегеҙ.

Читайте нас