Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Октябрь 2021, 09:00

Ҡамырығыҙ уңһын тиһәгеҙ

Төрлө ҡамыр ризыҡтары бешергәндә ҡулланыу өсөн ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ. 

Ҡамырығыҙ уңһын тиһәгеҙ
Ҡамырығыҙ уңһын тиһәгеҙ

Булочкалар, бәлештәр өсөн әҙерләнгән ҡамырға аҙ ғына картуф крахмалы өҫтәһәгеҙ, улар ҡабарып бешер, йомшаҡ килеш һаҡланыр.

Икмәк, бәлеш, ҡоймаҡ ҡамыры әҙерләгәндә ярты литр шыйыҡлыҡҡа (һыу, һөт) өймәләм бер аш ҡалағы эре манный ярмаһы ҡушығыҙ. Был алым да ҡамырҙы йомшаҡ итә, тиҙ иҫкереүҙән һаҡлай.

Ҡамыр баҫҡанда ярты стакан самаһы минераль һыу ҡушыу ҙа уны йомшаҡ, ҡабарып торған итә. Ҡул аҫтында минераль һыу булмаһа, ярты стакан һыуға бер балғалаҡ аш содаһы һалып болғатығыҙ ҙа аҙ ғына лимон кислотаһы йәки аш һеркәһе өҫтәгеҙ.  

Ҡамырҙы үтә өрөп торған елдән һаҡлағыҙ. Әсетке менән ҡамыр баҫһағыҙ, барлыҡ ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булһын.

Әсеткене ҡабартып алыу йәки әсе ҡамыр баҫыу өсөн һыуҙың (шыйыҡсаның) температураһы 30-35 градус булырға тейеш.

Ҡамырға тигән аҡ майҙы плитәлә иретмәгеҙ. Бүлмә температураһында йомшарған май – ҡамыр өсөн күпкә яҡшыраҡ.

Татлы бәлеш өсөн әҙерләнгән ҡамырҙың шәкәре күп булһа, ул тиҙ көйәсәк. Әҙер ризыҡҡа шәкәр онтағы (пудра) һибер алдынан бәлештәрҙе аҡ май менән майларға онотмағыҙ.

Бәлеште һыуынғас киҫеү яҡшыраҡ, әммә эҫе килеш киҫергә кәрәкһә, бысаҡты эҫе һыуға тығып алып, тиҙ генә ҡороторға һәм киҫергә кәңәш ителә.

Фото: Яндекс.Дзен.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: