Матур үтһен ялығыҙ
29 Октябрь 2021, 09:56

ЙОНДОҘНАМӘ (1 – 7 ноябрь)

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

 ҠУҘЫ

Уңышҡа өлгәшергә кәрәк ти­гән маҡсат ҡуйып тотонһағыҙ, байтаҡ эш ыратырһығыҙ. Ғаилә ҡороп өлгөрмәгән булһағыҙ, һөйгән йәрегеҙгә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был кешене ғүмерлек юлдашығыҙ итеп һайла­уығыҙ бик ихтимал.

 

БУҒА

Аралашыу даирәһен киңәй­те­геҙ. Иғтибарығыҙ һөҙөмтә­һендә киләсәктә кәрәк буласаҡ мәғлүмәттәрҙе, идеяларҙы йыйы­лыштарҙа, сиратта торғанда ишетер­һегеҙ һәм был һеҙгә ярҙам итер. Эшлекле мөнә­сәбәттәрҙе яҡшыртыу, яңы эш асыу өсөн уңайлы мәл.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Быға тиклем атҡарған көсөр­гәнешле эшегеҙҙең емешен йы­йырһығыҙ. Шулай ҙа әле ҡул ҡау­шырып ултырыр мәл түгел. Күберәк сәсеп ҡалығыҙ, уңыш мул булмаҡсы. Сикләүҙәр һәм башҡараһы бурыстарығыҙ кәмей төшөр.

 

ҠЫҪАЛА

Түҙемһеҙлек ҡамасаулар. Ҡабаланмағыҙ, ваҡиғалар үҙ яйы менән барһын. Мөһим хәбәр көтһәгеҙ, ошо арала килер. Үҙегеҙ­ҙе арыуҙан һәм көсөргәнештән һаҡлағыҙ. Һалҡын тейеү, имгәнеү хәүефе бар.

 

АРЫҪЛАН

Алған белемегеҙ, яңыраҡ та­нышҡан кешеләр, әле килеп тыуған хәл-ваҡиғалар һеҙҙең башҡалар өҫтөндәге хакимлығы­ғыҙҙы күрһәтер. Тик маһайып китеп, йәмғиәттә үтәлергә тейешле ҡанундарҙы боҙмағыҙ.

 

ҠЫҘ

Башҡара алмаҫтай бурысты иңегеҙгә алмағыҙ. Тормошҡа ашмаҫтай хыялдар артынан ҡыумағыҙ. Был арала көндәлек мәшәҡәттәр менән генә сикләнергә тырышығыҙ. Аҙна аҙағына матди хәлегеҙ яҡшырыр, моғайын.

 

ҮЛСӘҮ

Ҡыҙыҡлы танышыу көтә. Нин­дәй генә тармаҡҡа ҡағылмаһын, был һеҙҙә хис-тойғолар буранын тыуҙырасаҡ. Аҙна уртаһында әүҙемлегегеҙ артып китер, күңелегеҙгә ятҡан шөғөл табырһығыҙ. Унан мул ғына килем алыуығыҙ ҙа ихтимал.

 

САЯН

Эштә лә, шәхси тормошта ла барыһы ла тыныс. Тотонған һәр бер эшегеҙ уңышлы булыр. Спорт менән шөғөлләнеүселәр ярыштарҙа еңеү яулар. Кесаҙна отошло тәҡдим яһарҙар, баш тартмағыҙ.

 

УҠСЫ

Уңышҡа өлгәшеү өсөн юлы­ғыҙҙағы байтаҡ кәртәләрҙе үтер­гә тура килер. Шуға күрә көсө­гөҙ­ҙө алдан уҡ самаларға тыры­шығыҙ. Көн­сөл, ғорур, һаран кешеләр менән аралашыуҙы сикләгеҙ. Серегеҙҙе берәүгә лә сисмәгеҙ.

 

ЫЛАҠ

Хис-тойғоларға бирелерһегеҙ, мотлаҡ эште ситкә ҡуйып, күңе­легеҙгә хуш килгән шөғөл менән булырһығыҙ. Борсолмағыҙ, бының зыяны юҡ. Аҙна аҙағында хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуы ихтимал.

 

ҺЫУҒОЯР

Быға тиклем ныҡышмаллыҡ күрһәтеп атҡарған эшегеҙгә ла­йыҡлы баһа алырһығыҙ. Кәрәкле тәжрибә тупларһығыҙ. Етәксе вазифаһын тәҡдим итһәләр, баш тартмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәйбәт лидер итеп танытырһығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Уҡыуға, компьютер йә башҡа техника үҙләштереүгә ҙур теләк менән тотонорһоғоҙ. Әле беле­мегеҙҙе камиллаштырыу өсөн ҡулайлы мәл. Шуға тәжрибә туплау мөмкинлеге килеп сыға икән, баш тартмағыҙ, сөнки был һуңынан аҡсалыраҡ эш тәҡдим итеүгә килтерәсәк.

Читайте нас