

Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәгән Фәриҙә Сәлимйәнованы ауылдаштары һәм яҡташтары уңған, оҫта ҡуллы ханым булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Ул – 40 йылға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктында акушерка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле хеҙмәт ветераны.
“Ҡыш көндәре ҡорама ҡорайым, ә йәй етһә, баҡсанан инмәйем”, – ти Фәриҙә Ғәлийән ҡыҙы. Әйткәндәй, ул быйыл гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәрелгән “Шәп баҡсасы” конкурсында ла ҡатнашҡайны.
Ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған Фәриҙә апай ошо көндәрҙә иҫ киткес матур бер эшен тамамлаған. “Ҙур проектымды тамамланым. “Көҙгө вальс” тип аталған ҡорама япма ул. Бер ай самаһы тектем. Ҙурлығы 200х220 сантиметр, 1250 шаҡмаҡ, өсмөйөш һәм һыҙаттарҙан тора. Миңә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт!” - тип яҙҙы Фәриҙә Ғәлийән ҡыҙы сәхифәһендә.
Шул тиклем ваҡ, әммә ҙур эште атҡарып сыҡҡан оҫтабикәгә “Афарин”дан башҡа ни тиһең!
Фото: Ф. Сәлимйәнованың сәхифәһенән.