

Өфөлә Яңы йылды ҡаршылауға әҙерлеккә ныҡлап тотондолар. Атап әйткәндә, байрамдың төп ҡунағы булған шыршыларҙы урынлаштырыу бара. Әле Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, “Мотор эшләүселәр” мәҙәниәт һарайы алдында пикселле шыршыларҙы монтажлау буйынса эштәр тамамланған. Уҙған аҙнала “Тулҡын” паркында ла шыршы ҡуйылған. Спорт һарайы алдында һәм “Ҡашҡаҙан” паркында урынлаштырылған ҡупшыҡайҙарҙы Нуриман районынан алып килгәндәр.
22 ноябрҙә ҡаланың Совет майҙанында шыршы ҡуйылды. Уны “Горзеленхоз” муниципаль учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре Благовещен районынан алып килгән. Ағастың оҙонлоғо 23 метр.
– Йәшен белдергән дүңгәләктәрен ҡарағанда, шыршыға яҡынса 60 йәш, – ти “Зеленхоз” учреждениеһының ремонт-төҙөлөш участкаһы начальнигы урынбаҫары Ришат Ғарипов.
Биш йыллыҡ “тәнәфестән” һуң, Совет майҙанында шыршы ултыртыу йолаһы 2019 йылда тергеҙелде. Былтыр унда пикселле шыршы ҡуйғайнылар, әммә быйыл урман һылыуҡайын ултыртырға ҡарар иткәндәр. Баҡтиһәң, пикселле шыршы бик ауыр һәм ул Совет майҙанындағы конструкцияларға зыян килтереү ихтимал. Ә инде бындағы пикселле шыршы “Мотор эшләүселәр” мәҙәниәт һарайы алдын биҙәй.
Дөйөм алғанда, Өфөлә бөтәһе 321 майҙан байрамға биҙәләсәк. Эштәрҙе 1 декабргә тиклем тамамларға планлаштыралар. Шулай уҡ Яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөкләндереү, боҙҙан һындар һәм шыуыу өсөн тауҙар эшләү ҙә дәррәү бара.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.