Матур үтһен ялығыҙ
26 Ноябрь 2021, 09:16

ЙОНДОҘНАМӘ (29 ноябрь – 5 декабрь)

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ

Хаталарығыҙҙы барлап, һы­ғымта яһарға ваҡыт. Был һеҙгә киләсәктә ярҙам итер. Әле ял алып, сәфәргә сығыу өсөн ҡулай мәл. Өлкән йәштәге туғанығыҙға ярҙам кәрәк булыуы ихтимал.

 

БУҒА

Шәхси тормошоғоҙҙа һорау тыуыр: китергәме, әллә ҡа­лыр­ғамы? Дуҫтарығыҙҙың һүҙенә түгел, ә эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалһағыҙ, хаталанмаҫһығыҙ. Бурысҡа аҡса алһағыҙ, уны еңел генә ҡайта­рырһығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Был арала кәйефегеҙ сәғәт һайын булмаһа ла, көн һайын үҙгәреп торор. Башлыса ижади эшмәкәрлеккә өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ. Был тынысланырға ярҙам итер. Һаулығығыҙға иғтибар бүлегеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Һеҙҙе онотолмаҫ осор көтә. Ул күңелле осрашыуҙарға, тәрән йөкмәткеле сараларға бай булыр. Отошло тәҡдим яһарҙар, баш тарта күрмәгеҙ. Ул башта ғына хәүефле күренер, әммә был юлы тәүәккәлләргә кәрәк.

 

АРЫҪЛАН

Осор бер аҙ тотороҡһоҙ күренә. Бөгөн бүләк алһағыҙ, иртәгә нимәгәлер кәйефегеҙ ҡырылыуы ихтимал. Бөтә хәл-шарттарҙы тыныс ҡабул итегеҙ, аҙна аҙағына барыһы ла яйланыр. Йомала матди хәлегеҙ яҡшырыр.

 

ҠЫҘ

Дүшәмбе килемле эш тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Тик тәҡдимде ҡабул итергә ашыҡмағыҙ, ныҡлап уйлағыҙ. Шаршамбынан хәлегеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Шулай ҙа иңегеҙгә бер үк ваҡытта күп бурыс алмаҫҡа кәңәш ителә.

 

ҮЛСӘҮ

Был осорҙа һеҙҙең өсөн эш тәүге урынға сығыр. Был насар түгел, юғарыраҡ вазифаға үрләү мөмкинлеге тыуыр. Тик серегеҙ менән уртаҡлашмағыҙ. Хеҙмәттәш­тәрегеҙгә шәхси тормошоғоҙ тураһында һөйләмәгеҙ.

 

САЯН

Был арала яңы эш менән шөғөлләнерһегеҙ. Күмәк сара­ларға саҡырһалар, баш тарт­мағыҙ: файҙалы кешеләр менән танышырһығыҙ. Яҙмышты хәл иткес осрашыу көтөгөҙ.

 

УҠСЫ

Ваҡ-төйәк мәшәҡәт артып китер. Улар әллә ни ауырлыҡ тыу­ҙыр­маһа ла, борсолорға тура килер. Юлда һаҡ булығыҙ. Ярҙам һораһалар, баш тартмағыҙ: әжере әйләнеп ҡайтыр.

 

ЫЛАҠ

Был арала кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмай, үҙаллы фекер йөрөтөргә тырышығыҙ. Ниәтегеҙҙе тормош­ҡа ашырыу ваҡытын кисектер­мәгеҙ, әле һеҙҙең өсөн уңышлы осор. Яҡындарығыҙҙан башҡара алмаҫтайҙы талап итмәгеҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Аҙна яңы эшлекле бәй­лә­нештәр булдырыу, мәғлүмәт туп­лау менән үтер. Кесаҙнала ҡағыҙ эше йәки ниндәйҙер сараны ойошто­роу менән шөғөлләнер­һегеҙ. Йома ос­раҡ­лы кешеләргә ышанмағыҙ, күптәнге таныштар менән аралашҡанда ла һаҡ булығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Аҙна бер аҙ көсөргәнешле башланһа ла, шишәмбенән уңыш юлдаш булыр. Һәр мөмкин­лектән файҙаланырға, ҙур маҡсат ҡуйырға, ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Был арала яңғыҙ ҡалып, бер аҙ ял итеү файҙаға булыр.

Читайте нас