Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
7 Декабрь 2021, 09:00

Һеҙгә нимә ашарға ярағанын, нимә ярамағанын беләһегеҙме?

Нимә генә булмаһын, өҫтәлеңдә – икмәгең, күңелеңдә яҡты теләгең булыуы мөһим.

Һеҙгә нимә ашарға ярағанын, нимә ярамағанын беләһегеҙме?
Һеҙгә нимә ашарға ярағанын, нимә ярамағанын беләһегеҙме?

Донъяла ниндәй генә диеталар юҡ, ҡайһыһын һайларға ла белмәҫһең. Ә бына йондоҙҙар һеҙгә ниндәй аҙыҡтарҙы ашарға ярағанын һәм ярамауын яҡшы белә. Йондоҙнамәнең һәр билдәһе өсөн айырым туҡланыу төрө ҡаралған.Ҡайһы махсус диета һеҙҙеке?

Ҡуҙы (21 март–20 апрель)– Йондоҙнамәнең иң кире, кеҙе һәм дәртле билдәләренең береһе. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бөтә диеталарҙы лә үҙ итә. Вегетарианлыҡ ҡуҙыларға бармай, киреһенсә, уларға туҡланыу өсөн күберәк аҡһым талап ителә. Иң яҡшы вариант – рационда иттең тейешле кимәлдә булыуы. Ҡуҙыларға тоҙло-боросло тәмләткестәр һәм ҡәһүә  менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә.Һеҙҙең энергияғыҙ кофеин ҡулланмайынса ла көн буйына етерлек.

Буға (21 апрель–21 май) йәһәт кенә артыҡ килограмдарҙы туплау һәләтенә эйә. Йондоҙнамәнең башҡа бер  билдәһе лә ундай үҙенсәлеккә эйә түгел. Буғалар– ысын мәғәнәһендә тәмлетамаҡтар, ашамһаҡтар. Улар өсөн тәмле аш-һыу – бәхет сығанағы.Тик төнгөлөккә ашарға ғәҙәтләнеү яҡшыға түгел, тиҙ арала ауырлығығыҙ артасаҡ. Буғалар өсөн иң яҡшы диета – май, крахмал һәм шәкәр аҙ булған аҙыҡтар. Спорт менән дуҫлашырға кәңәш итәбеҙ!

Игеҙәктәр (21 май–21 июнь) нервы системаһы бик хәрәкәтсән һәм хәтере тарҡау булғанлыҡтан,  калорияларын тиҙ генә яндырып бөтә. Шуға күрә уларға  күп энергия, йәғни углеводтар, талап ителә.”Яй” углеводтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, мәҫәлән, ярма һәм ҡуҙаҡлыларға, картуф һәм макарондарға. Айырыуса иртән туйғансы яҡшы итеп ашарға кәрәк.

Ҡыҫала (22 июнь–22 июль)  хис-тойғоларға бай, йоҡлар алдынан тәмле итеп ашарға әүәҫ. Нисек тә булһа үҙеңдең “йомшаҡлыҡтарыңды” еңеп, ашҡаҙаныңдың сәләмәтлеген хәстәрләргә өйрәнергә ваҡыт. Ҡыҫалалар ашҡаҙан шешенә, гастриттарға йыш дусар була.  Рациондан ҡамыр аштарын, тәмле-татлы ризыҡтарҙы  кәметеү һеҙҙең файҙаға, диңгеҙ  аҙыҡтарын  күберәк ҡулланығыҙ. Еңел үҙләштерелеүсе аҙыҡтар – һеҙҙеке.

Арыҫлан (23 июль–22 август) – сағыу шәхес, ашығырға яратмай. Йәмле, бай табындарҙы үҙ итә. Уның өҫтәле  һәр саҡ төрлө тәмле һыйҙарҙан һығыла. Үҙе әллә ни аш-һыу тирәһендә уралырға яратмаһа ла. Яңы йыл байрамдарында рационығыҙға  һыйыр  һәм ҡырағай һыу ҡоштары итенән әҙерләнгән ризыҡтар индерегеҙ.

Ҡыҙ (23 август–22 сентябрь) аш-һыуға бик һайлансыҡ.Шул уҡ ваҡытта төрлө диеталарға ышанып бармай. Ул туҡланыу төрөн һайлау өсөн тәүҙә уны энәһенән ебенә тиклем  өйрәнәсәк. Сәләмәтлеген хәстәрләргә әүәҫ, еңел үҙләштерелгән аҙыҡ тап уның өсөн. Быуҙа бешерелгән йәшелсә, һөт аҙыҡтары, емеш-еләк ҡыҙҙарҙың рационын тулыландыра. Даими туҡланырға, сифатлы аҙыҡ ҡулланырға ғәҙәтләнегеҙ.

Үлсәү (23 сентябрь–22 октябрь) туҡланыу төрөн тиҙ үҙгәртә ала. Тәүҙә һайлаған диетаһын еңел рәүештә ҡалдырып, икенсеһенә күсеүе ихтимал.  Янығыҙҙа һеҙгә дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш биреүсе кеше булыуы  бик мөһим. Ябығыу, үҙегеҙҙе формала тотоу өсөн тылсымлы дарыу төймәһе эҙләйһегеҙҙер ҙә бит, тик ул юҡ. Тимәк, һеҙгә еңел үҙләштерелеүсе аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк, мәҫәлән, һимеҙ булмаған ит, балыҡ, эремсек... Шәкәр һәм крахмал ситтәрәк торһон.

Саян (23 октябрь–21 ноябрь) диета мәсьәләһендә бик ҡәтғи. Йондоҙнамәнең бер билдәһе лә бындай көслө ихтыяр көсөнә эйә түгел. Улар тәмле, туҡлыҡлы аш-һыуҙы үҙ итә, шуға күрә төп ризыҡ урынына ит һәм дингеҙ аҙыҡтарын һайлай. Татлы һәм тоҙло аҙыҡ-түлектән үҙҙәрен сикләй ала. Был билдә вәкилдәренә кальцийға бай аҙыҡтарҙы ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ.

Уҡсы (22 ноябрь–21 декабрь) тиҙ генә ауырлығын арттырыу һәләтенә эйә. Эш барышында ҡапҡылау ғәҙәтенән арынырға кәрәк. Тойомлауығыҙға таянып эш итегеҙ, организмығыҙҙы тыңлағыҙ, ул нимәгә мохтажлыҡ кисерә?Диета һайлау тураһында уйламағыҙ ҙа,  баш та ватмағыҙ. Йәшелсә, ҡуҙаҡлылар һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына.  Дөрөҫ туҡланығыҙ, энергиялы тормош алып барығыҙ.

Ылаҡ (22 декабрь–19 ғинуар) бик нескә күңелле, тыныс холоҡло. Уның өсөн теүәл туҡланыу режимы мөһим. Көн дауамында энергияны сарыф итеп бөтмәҫ өсөн  энергетик ҡиммәте юғары булған аҙыҡтар –  сәтләүек, көнбағыш, дөгө, бал һәм ит менән туҡланырға кәрәк.  Өҫтәл артына яҡшы кәйеф менән ултырығыҙ.

Һыуғояр (20 ғинуар–18 февраль)  бар нәмәне лә үҙенсә эшләргә ярата. Ҡәтғи диета һәм сикләүҙәрҙең зарарын яҡшы аңлай. Уның үҙенә генә хас туҡланыу режимы бар, аш-һыуҙы төрләндерергә, эксперименттар яһарға әүәҫ. Һыуғоярға иттең һимеҙ булмаған сорттарын, балыҡ, йомортҡа, эремсек кеүек аҙыҡтарҙы файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ. Йышыраҡ һыу эсергә кәрәклеген дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Балыҡ (19 февраль–20 март) изге күңелле, хыялға бирелеүсән.  Уның тормош рәүеше аныҡ билдәләнгән булырға тейеш, шулай уҡ туҡланыу тәртибе лә. Ғәҙәти диетаға балыҡ, диңгеҙ кәбеҫтәһе, йәшелсә, емеш-еләк өҫтәгеҙ. Алкоголле эсемлектәрҙән арыраҡ торорға кәңәш итәбеҙ. Йышыраҡ таҙа һыу эсегеҙ.

Йондоҙнамә һеҙгә нимә генә юрамаһын, өҫтәлегеҙҙән тәмле икмәк, күңелегеҙҙән яҡты уйҙар өҙөлмәһен!

Фото: page365.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: