

ҠУҘЫ
Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Осор көнкүреш техникаһы, йорт өсөн тауарҙар һатып алыу өсөн ҡулай. Төҫ-ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртеү теләге тыуыр. Бер аҙ ял итеп алыу ҙа зыян итмәҫ. Яҡындарығыҙ ярҙам һорар, баш тартмағыҙ.
БУҒА
Күптән түгел ниндәйҙер хәлде күҙаллап әйткән һүҙҙәрегеҙҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүенә шаһит булырһығыҙ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙең хәл ителеүе үҙегеҙгә ышаныс өҫтәр. Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләргә тырышығыҙ, юғиһә уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар.
ИГЕҘӘКТӘР
Күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашыра башларға ваҡыт. Һәләтегеҙҙе тулыһынса күрһәтегеҙ. Планығыҙҙы ышаныслы кешеләр менән генә уртаҡлашығыҙ. Бала саҡ дуҫығыҙ менән осрашып ҡыуанырһығыҙ.
ҠЫҪАЛА
Яҡындарығыҙҙың кәңәшенә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ. Матди ҡыйынлыҡ тыуыр, тик борсолмағыҙ барыһы ла тиҙҙән яйланыр. Әлегә аҡсағыҙҙы юҡ-барға сарыфламай тороғоҙ. 19 декабрҙә һаҡ булығыҙ: алданыу хәүефе бар.
АРЫҪЛАН
Һуңғы ваҡытта тынғы бирмәгән мәсьәлә, ниһайәт, уңышлы хәл ителер. Уның ҡарауы, шәхси мөнәсәбәттәр бер аҙ киҫкенләшер. Һөйгәнегеҙ менән айырылышыу хәүефе лә юҡ түгел.
ҠЫҘ
Аҙна башында сағыу ваҡиға, ҙур ғына бүләк көтә. Шул уҡ ваҡытта яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк булыр. Аҙна уртаһына фекерегеҙ тарҡауланыр, был хеҙмәт эшмәкәрлегендә сағылмай ҡалмаҫ. Етәкселектең дәғүә белдереүе ихтимал.
ҮЛСӘҮ
Йондоҙҙар был арала үҙ көсөгөҙгә генә таянырға кәңәш итә. Серегеҙҙе берәүгә лә асмағыҙ. Мөһим проекттарҙы кисектереп тороу хәйерле. Шул уҡ ваҡытта ял итеү менән бәйле пландарығыҙ уңышлы тормошҡа ашыр.
САЯН
Артыҡ тырышлыҡ һалмай ғына маҡсатығыҙға өлгәшә алырһығыҙ. Осор сәйәхәт итеү өсөн дә ҡулай. Тик был арала халыҡ күп йыйылған ерҙәрҙән йыраҡ йөрөү хәйерле. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ.
УҠСЫ
Күңелегеҙҙең иләҫ-миләҫ килгән сағы. Ниндәйҙер авантюраға эләгеү хәүефе бар, һаҡ булығыҙ. Ғөмүмән, был аҙна көндәлек мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай. Яңғыҙҙарҙың ғүмерлек юлдашын осратыуы ихтимал.
ЫЛАҠ
Ниндәйҙер мөһим нәмәгә аҡса һалырға, ҡиммәтле әйбер һатып алырға тәҡдим итерҙәр. Һөйләшеү уңышлы булыр, маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ. Дорфа булмағыҙ, яҡынығыҙ менән үпкәләшерһегеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Яңы кешеләр менән танышыу бик ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле булыр. Өйҙә ултырмаҫҡа тырышығыҙ, дуҫтарығыҙ менән аралашығыҙ, мәҙәни сараларға йөрөгөҙ. Эштә мөнәсәбәттәрҙең бер аҙ киҫкенләшеүе ихтимал. Мөһим мәсьәләләрҙе ашығыс хәл итмәгеҙ, әле бының өсөн ваҡыт етмәгән.
БАЛЫҠ
Был аҙнала алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшеү юлын эҙләгеҙ. Ваҡ-төйәккә иғтибарығыҙҙы бүлмәгеҙ. Аҙна уртаһынан хәлегеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Етәкселек менән аралашыу һөҙөмтәһеҙ булмаҫ, вазифала үрләтеүҙәре ихтимал.