Матур үтһен ялығыҙ
11 Декабрь 2021, 08:00

Байрамға - "Юлбарыҫ" салаты

Ашығыҙ тәмле булһын!

Байрамға - "Юлбарыҫ" салатыБайрамға - "Юлбарыҫ" салаты
Байрамға - "Юлбарыҫ" салаты

Был салатты Яңы йылға юлбарыҫ һүрәте формаһында биҙәп яһарға мөмкин. Эшләү өсөн сардина консерваһы, 150 грамм картуф, 300 грамм кишер, өс йомортҡа, 50 грамм һуған, 50 миллиметр туғыҙ процентлы һеркә, 80 миллилитр һыу, биш аш ҡалағы майонез, ҡара слива, маслина (биҙәүгә), тоҙ, борос кәрәк.

Тәүҙә һуғанды таҙартып турап, айырым һауытта 15 минут маринадлайбыҙ. Ул арала консерваны асып, һыуын түгәбеҙ, иҙәбеҙ. Бешкән картуфты, кишерҙе таҙартып ҡырабыҙ.

Артабан тәрилкәгә ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсеһенә балыҡты юлбарыҫтың йөҙөн, ҡолағын һынландырып һалабыҙ. Икенсеһенә - кишер, уның өҫтөнә маринадланған һуған, картуф. Һәр береһенән һуң майонеҙ һылайбыҙ. Шунан йомортҡаның һарыһын ҡырғыстан үткәреп салатҡа һибәбеҙ. Ҡалған кишерҙе блендерҙа ваҡлап, юлбарыҫтың ҡолағы менән йөҙөн эшләйбеҙ. Бер йомортҡаның ағын ҡырып, салаттың аҫ яғына һаҡал формаһында урынлаштырабыҙ. Майонез менән күҙҙәрен эшләйбеҙ. Ҡара сливаны киҫкеләп, һаҡалын, ауыҙын яһайбыҙ. Һыуытҡыста бер-ике сәғәт һеңергә тейеш.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: kleo.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас