

Был салат өсөн 300 грамм тауыҡ ите, 150 грамм ҡаты сыр, 150 грамм корейса кишер, өс йомортҡа, майонез кәрәк.
Башта тауыҡ итен тоҙло һыуҙа 30-40 минут бешерәбеҙ. Һыуығас, турайбыҙ. Бешкән йомортҡанының һарыһын ағынан айырып ҡырабыҙ. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Корейса кишерҙе ваҡлайбыҙ. Артабан салатты ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсе ҡат – тауыҡ ите, майонез, икенсеһе – корейса кишер, өсөнсө ҡат – йомортҡа һарыһы, майонез, дүртенсе ҡат – ҡырылған сыр, майонез, бишенсегә – йомортҡа ағы, майонез. Шунан сәғәттең һандарын эшләү өсөн кишерҙән таяҡсалар киҫеп алып, салаттың өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: camcebekulinar.ru