

ҠУҘЫ
Яңы инвестиция проектында ҡатнашырға, инвестиция һалырға тәҡдим итерҙәр. Эшмәкәрлекте тамырынан үҙгәртеүегеҙ ихтимал. Ҡарар ҡабул иткәндә ашыҡмағыҙ, һеҙҙең менән етди ҡыҙыҡһынһалар, яуапты көтөрҙәр. Таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ.
БУҒА
Аҙна үҙенсәлекле булмаҡсы. Айырыуса гүзәл заттар иғтибар үҙәгендә булыр. Көслө заттарҙы ҡыҙыҡлы осрашыу, аҡса мәсьәләһендә уңыш көтә. Күсемһеҙ милеккә бәйле хәлдә бер аҙ тотҡарлыҡ булыуы ихтимал.
ИГЕҘӘКТӘР
Был аҙнаға һеҙҙең девиз – ниндәй генә хәл булмаһын, тыныс ҡалыу. Дүшәмбенән үк мәшәҡәт артып китер. Эш планын төҙөп ҡуйығыҙ, юғиһә нимәнелер онотоуығыҙ ихтимал. Уның ҡарауы матди йәһәттән уңышлы аҙна.
ҠЫҪАЛА
Аҙна һәр төрлө башланғыс өсөн ҡулай. Тик ваҡ-төйәккә иғтибарығыҙҙы бүлмәй, ҙур һәм мөһим мәсьәләләр менән шөғөлләнеү отошло булмаҡсы. Эштә яуаплы бурыс йөкмәтерҙәр, ҡайһы берәүҙәрҙе алмаштырырға ла тура килер, моғайын.
АРЫҪЛАН
Был осорҙо һеҙҙең өсөн ике һүҙ менән тасуирларға мөмкин. Мәшәҡәттәр һәм ғәжәпләнеүҙәр осоро. Аҙнаның тәүге яртыһында мөһим килешеү төҙөрһөгөҙ, абруйлы кешеләр менән танышырһығыҙ, икенсе яртыһында күптән көткән яңылыҡты ишетерһегеҙ.
ҠЫҘ
Был аҙнала бөтә иғтибарығыҙ һөнәри эшмәкәрлеккә йүнәлтелер. Яҡшы хәбәр алырһығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән осрашып, киләсәккә пландар менән уртаҡлашығыҙ. Был финанс хәлегеҙгә ыңғай йоғонто яһар.
ҮЛСӘҮ
Һөнәри мәсьәләләрҙе ситкә ҡуйып тороу теләге тыуыр. Сит кешеләрҙең проблемаларына иғтибар итмәгеҙ, юғиһә иңегеҙгә өҫтәмә бурыс йөкмәтеүҙәре ихтимал. Етәкселек менән килешеп, ял алыу ҙа зыян итмәҫ.
САЯН
Аҙна башында эшлекле осрашыуҙар уңышлы үтер. Үҙегеҙгә кәрәкле кешеләрҙе мөһим проект менән таныштырыу сараһына саҡырырһығыҙ. Аҡсағыҙҙы сарыфламай тороғоҙ, көтөлмәгән сығым булыуы ихтимал.
УҠСЫ
Аралашҡанда һүҙегеҙҙе уйлап һөйләргә тырышығыҙ, кешене хатта шаяртып та ирештермәгеҙ. Пландарығыҙ даими үҙгәреп торор. Көтмәгәндә ҡунаҡ килеүе ихтимал. Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршылау теләге тормошҡа ашыр, моғайын.
ЫЛАҠ
Тормошоғоҙҙа яңы осор башлана. Яңы әйбер һатып алып, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышып ҡыуанырһығыҙ. Ошондай танышлыҡтар хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итер. Бизнес өлкәһендә юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеге бар.
ҺЫУҒОЯР
Күңел тотороҡһоҙлоғо тап ошо аҙнала яйға һалыныр. Өҫтөнлөктәрҙе билдәләрлек ваҡиға булыр. Яҡындарығыҙ ярҙам һорар, баш тартмағыҙ. Аҡса мәсьәләһе икенсе урынға күсер, эштә мәшәҡәт артыр.
БАЛЫҠ
Аҙнаның тәүге ике көнө күтәренке кәйефтә үтер. Йомаға тиклем әллә ни мөһим эштәр көтөлмәй, бер аҙ ял итеп алыу зыян итмәҫ. Осор аҙағында яҡынығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер, быға юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Сәфәрҙе кисектереп тороу хәйерле.