Матур үтһен ялығыҙ
19 Декабрь 2021, 08:00

Иҙел башында шыршы уттары ҡабынды

Өсөнсө йыл ойошторолған парадта йөҙәрләгән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашты.

Иҙел башында шыршы уттары ҡабындыИҙел башында шыршы уттары ҡабынды
Иҙел башында шыршы уттары ҡабынды

Кисә Белорет ҡалаһында Ҡыш бабай, Ҡарһылыуҙар парады һәм ҡаланың төп Шыршыһын асыу тантанаһы үтте. Өсөнсө йыл ойошторолған парадта йөҙәрләгән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашты. Парад район хакимиәте бинаһы эргәһенән башланып һүрәттәр галереяһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡала башняһы эргәһендә туҡталыштар яһап, металлургтар майҙанына тиклем хәрәкәт итте. Уйын-көлкөнән, шат ауаздарҙан ҡала гөрләп торҙо. Ололар, балалар өсөн дә төрлө конкурстар, ярыштар ойошторолдо.

Металлургтар майҙанында ойошторолған театрлаштырылған тамаша, районың ижади коллективтарының, һәүәҫкәр артистарҙың сығышы һәр кемгә байрам кәйефе өҫтәне. Сара Иҙел башын аллы-гөллө төҫтәргә мансып атылған фейерверк һәм төп шыршыла уттар ҡабыныуы менән тамамланды.

 (Фото "Урал" гәзите төркөмөнән).

Автор:Римма Султанова
Читайте нас