Матур үтһен ялығыҙ
24 Декабрь 2021, 08:33

ЙОНДОҘНАМӘ (27 декабрь – 2 ғинуар)

takiemedia.rutakiemedia.ru
Фото:takiemedia.ru

 ҠУҘЫ

Һуңғы осорҙағы тыныс тормош менән хушлашырға тура килер. Һеҙҙе ел-буранлы мәл көтә. Хатта мөхәббәт утына ташлауы ла ихтимал. Уңыштың сере бары үҙегеҙгә бәйле. Аҙнаның икенсе яртыһында көс-дарманығыҙ ташып торор. Ошо мәлде мөмкин тиклем файҙаланып ҡалығыҙ.

 

БУҒА

Бер үк тырмаға күпме баҫырға була? Хис-тойғоларға бирелеп, хаталарға юл ҡуймағыҙ. Кемгәлер биргән вәғәҙәне үтәмәй ҡалмағыҙ. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн килемле осор. Бер йыл эсендә барлыҡ сығымдар ҙа аҡланыр.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Яҡындарығыҙ һеҙҙең иғтибары­ғыҙға мохтаж. Үҙ-үҙегеҙгә йомол­мағыҙ, аралашырға теләгәндәргә асыҡ йөҙ күрһәтегеҙ. Эштәге әү­ҙемлек үҙен аҡлар. Килешеү төҙөү, командировкаға сығыу һөҙөмтәле булыр. Тик һыуыҡ тейҙереп ҡуймағыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү күп ваҡытты аласаҡ. Бынан тыш, туғандарығыҙ оҙаҡҡа ҡунаҡҡа килеүе бар. Кәйефегеҙ ҡырылыр. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн йышыраҡ кеше араһына сығығыҙ, китап уҡығыҙ. Күсем­һеҙ милек һатыу йә һатып алыу мәсьәләһе уңышлы хәл ителер.

 

АРЫҪЛАН

Яңы бәйләнештәр булдырыу, дуҫтар табыу өсөн уңайлы мәл. Ташып торған дәртегеҙҙе һүрел­дермәҫ өсөн дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Ижади һәләттәрҙе үҫтереү мөмкинлегенән баш тартмағыҙ.

 

ҠЫҘ

Һуңғы ваҡытта тормош һеҙгә сағыу төҫтәрен юғалтҡан кеүек булып тойола икән, барыһын да ыңғай яҡҡа үҙгәртеү – һеҙҙең ҡулда. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙән ҡурҡ­мағыҙ. Эштә иһә барлыҡ проекттарға ла һаҡ ҡарағыҙ, яңылышыуҙы ғәфү итмәҫтәр.

 

ҮЛСӘҮ

Ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан ҡасып булмаҫ. Алтын урталыҡты табырға тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙҙең кәңәш­тәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Эштә иһә хеҙмәттәштәрегеҙҙән айырылмағыҙ. Ҡушыл­ғандан артығын атҡармағыҙ. Был аҙнаны һәүетемсә генә үткәрегеҙ.

 

САЯН

Хәлдәр киҫкенләшкән мәлдә, башҡаларға һалышмағыҙ, ҡарарҙы үҙегеҙ ҡабул итегеҙ. Күңелегеҙ үҙгәреш көҫәр, әммә был осорҙа тормошоғоҙҙо икенсе яҡҡа бороп ебәрергә ашыҡмағыҙ. Көсөгөҙҙө самалағыҙ. Юлда йөрөгәндә һаҡ булығыҙ.

 

УҠСЫ

Һеҙҙе уңышлы мәл көтә. Был аҙнала танышҡан кеше менән оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырыр­һығыҙ. Абруйлы кешеләр менән аралашыу һөҙөмтәһеҙ булмаҫ.  Уңышлы эш проекттары тормошҡа ашһа, мулыраҡ килем алырһығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Икенсе яртығыҙ менән аңла­шылмаусанлыҡ арҡаһында мөнә­сәбәттәр киҫкенләшер, моғайын. Эште ҙурға ебәрмәҫ өсөн тырышлыҡ һалырға тура килер. Йәрегеҙгә ышанығыҙ, һәр аҙымын тикшереп ултырмағыҙ. Эштә иһә маҡсатҡа өлгәшеү күп көс талап итер.

 

ҺЫУҒОЯР

Үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ. Әле һеҙгә тыныслыҡ һаҡлау мөһим. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арыныу хәйерле. Һәр нәмәлә яңылыҡ табып, заманса фекер йөрөтөгөҙ. Эштәге көсөргәнешле осорҙоң нервы ҡаҡшауына килтереүе ихтимал.

 

БАЛЫҠ

Шәхси мөнәсәбәттәр менән эш араһында алтын урталыҡты табы­ғыҙ. Хистәргә бирелер мәл түгел. Башығыҙҙы юғалтһағыҙ, эштә ауырлыҡтар тыуыр. Һеҙҙең турала ғәйбәт һөйләүселәр артыр. Һалҡын ҡанлы булығыҙ.

Читайте нас