Матур үтһен ялығыҙ
25 Декабрь 2021, 08:00

Табынға - сейә бәлеше

Һыйығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын! 

Табынға - сейә бәлешеТабынға - сейә бәлеше
Табынға - сейә бәлеше

Тиҙ арала әҙерләргә мөмкин бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн ике йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, бер стакан кефир йәки йогурт, 100 грамм аҡ май, бер балғалаҡ йомшартҡыс, 250 грамм он, 100 грамм шәкәр, ванилин кәрәк.

Эслек өсөн: 400 грамм сейә, шәкәр.

Тәүҙә йомшарған майға шәкәр, йомортҡа, кефир, он, ванилин һалып, һәйбәтләп туғыйбыҙ. Форманы майлап, уға әҙер ҡамыр ҡатнашмаһын ҡоябыҙ. Өҫтөнә еләк һалып, шәкәр һибәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, 30-40 минут бешерәбеҙ. Әҙер булғас, бәлеште формала килеш һыуытабыҙ. Сейә урынына башҡа төрлө еләктәрҙе лә ҡулланырға мөмкин.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: sloosh.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас