Матур үтһен ялығыҙ
29 Декабрь 2021, 14:00

Табынға - "Аҡҡош тоғролоғо"

Кистәрегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Табынға - "Аҡҡош тоғролоғо"Табынға - "Аҡҡош тоғролоғо"
Табынға - "Аҡҡош тоғролоғо"

Туҡлыҡлы ла, тәмле лә, матур ҙа салат рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Бешерелгән тауыҡтың түш ите, өс картуф, ике баш һуған, 300 грамм шампиньон бәшмәге, бешкән биш йомортҡа, 200 грамм грек сәтләүеге, 200 грамм ҡаты сыр, майонез алабыҙ. Ә биҙәр өсөн - ҡара слива, ҡара бөртөклө борос, ҡыҙыл болгар боросо, йәшеллек.

Бешкән картуфты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Итте ваҡлап турайбыҙ. Бәшмәкте оҙонса итеп киҫеп, һуған менән ҡыҙҙырабыҙ. Шунан салатты ҡатлап, араларына майонез һөртөп һала башлайбыҙ. Беренсеһенә ҡырылған картуфты аҡҡош формаһына килтереп һалабыҙ. Икенсе ҡатҡа – ваҡланған тауыҡ ите, өсөнсөгә – һуған менән ҡыҙҙырылған бәшмәк, дүртенсегә – ҡырылған йомортҡаның һарыһы, бишенсегә – ваҡланған сәтләүек, алтынсыға – ҡырылған сыр, иң өҫкә - йомортҡаның ҡырылған ағы. Аҙаҡҡы ҡатҡа майонез һыланмай. Шунан салатты йәшеллек менән биҙәйбеҙ. Аҡҡош суҡышын ҡыҙыл болгар боросонан, ҡара сливанан эшләйбеҙ, күҙҙәре урынына бөртөклө борос теҙәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: m.fishki.net

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас