

Өфөлә уҙғарылған “Филармонияла Раштыуа кистәре” фестивалендә билдәле артистар ҡатнаша. Йыр-моң байрамы 8 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Был көндәрҙә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары “Щелкунчик” яңы йыл фантазияһы премьераһын, хор, орган, камера, джаз концерттарын ҡарай аласаҡ.
28 декабрҙә фестиваль “Европала Раштыуа” программаһы премьераһы менән асылғайны. БР Дәүләт академия хор капеллаһы 16-20-се быуаттар музыкаһын, сит ил поп һәм рок хиттарын башҡарып, тамашасыны әсир итте.
3 ғинуарҙа билдәле музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Владислав Мурзин «Sauer» Өфө органы менән берлектә Яңы йылды билдәләргә саҡыра. Программала Бах, Брамс, Франк музыкаһы яңғыраясаҡ.
4 ғинуарҙа данлыҡлы яҡташтарыбыҙ – халыҡ-ара конкурстар лауреаты Антон Павловский (виолончель) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Шәйхетдинов (фортепиано) Раштыуа фестивален дауам итәсәк. Программала Рихард Штраус, Стравинский, Бородин әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
6 ғинуарҙа кино музыка һөйөүселәрҙе филармонияның Ҙур залына саҡыралар. Йылдағыса Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры уларға «Рождественский soundtrack-концерт» бүләк итәсәк. Тамашасыларҙы ватан һәм сит ил кинохиттары көтә.
8 ғинуарҙа “Вивальди йондоҙлоғонда” программаһы менән Мәскәү ҡунағы Алексей Балашов (гобой) һәм Өфө органсыһы Эльвира Ямалова “Филармонияла Раштыуа кистәре” беренсе фестивален ябасаҡ. Программала тамашасы Вивальди, Бах, Джадзотто, Марчелло, Паскулли әҫәрҙәрен ишетәсәк.
14-22 йәшлек тыңлаусылар билеттарҙы “Пушкин картаһы” буйынса алырға хоҡуҡлы.
Яңы йыл тамашаһы - Петр Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 4, 6 ғинуарҙа 12.00 һәм 18.00 сәғәттәрҙә һәм 8 ғинуарҙа 18.00 сәғәттә ҡарарға була.