

Нәҡ ошо ҡышҡы каникул мәлендә ҡыҙым менән "Один дома" тигән фильмды ҡарауҙы ғәҙәт итеп алғанбыҙ. Йыл һайын ҡараһаҡ та, һис ялҡытмай ул, һәр саҡ беренсегә күргәндәй көлә-көйә ҡарайбыҙ өйөндә яңғыҙ ҡалған бәләкәй малайҙың мажараларын. Ә бит уйлап ҡараһаң, үҙебеҙҙең бала саҡта ла мажараға тартым, һағынып та, көлөп тә иҫкә алыр хәл-ваҡиғалар күп булды.
...Ул ваҡытта миңә ете йәш самаһы, ә апайыма ун тирәһе булғандыр. Ҡышҡы бер көндә әсәйем район үҙәгенә барырға булып китте. Ни өсөн икәнлеген аңлатып торманы (хәҙер аңлауыбыҙса, байрамға аҙыҡ-түлек, бүләктәр алырғалыр, моғайын), ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген теҙеп һананы ла, унан-бынан йыйынып, өй янына килеп туҡтаған машинаға ашыҡты. "Сос булығыҙ! Ҡапҡаны бикләп ултырығыҙ" булды һаубуллашыу һүҙе. Атайымдың да эш буйынса Белоретҡа киткән сағы ине.
Апайым менән икәүҙән-икәү генә тороп ҡалғас, эс бошоп, күңелһеҙ булып китте, әле яҡтырып та етмәгәнгә, ололар булмағанға ла шомлораҡ тойола ине.
Стеналағы сәғәт тә нығыраҡ текелдәй кеүек, әллә ҡайҙан шырт-мырт иткән тауыштар ишетелгәндәй, ә урамда, өйөбөҙ ауыл үҙәгендә ултырһа ла, бер кешенең дә үткән-һүткәне күренмәй. Тәҙрәнән машинаның ауылды сығып, фар яҡтыһы боролошта күҙҙән юғалғансы шым ғына ҡарап торған апайым, өс йәшкә өлкәнерәк кеше, дилбегәне үҙ ҡулына алырға булыптыр инде: "Мин тышҡа мал ҡарарға сығам, һин ҡашығаяҡты йыу", – тине. Былай ҙа күңелде әллә ниндәй аңлайышһыҙ хис-тойғо кимерә, ишеү етмәһә, шундай йәнгә тейгес эште башҡар, имеш. Өйҙә яңғыҙ ҡалырға ла ҡурҡыта бит.
"Эйе һиңә! Тышҡа мин сығам, һин өйҙә ҡал", – тинем, ҡарышып. Мин еңмеште еңә алмаҫын белгән апайым, әҙерәк уйланып торғас: "Ярай, әйҙә бергә", – тип кейенергә ҡушты. Мал ҡарау ғәмәленә өйрәнеп бөткәнлектән, ауырһынмай, ҡабаланмай ғына барлыҡ эште теүәлләнек. Үҙе лә тик ултырмай апайым, миңә лә әленән-әле эш табып ҡына торҙо.
Тыштан ингәс, аулаҡта ҡалған беҙ икәүҙең күҙе серле ҙур һандыҡҡа төштө. Әсәй уны асырға ҡушмай, шуға күрә үҙе юҡта эсен ҡарағы килә бит инде. Ҡыҙыҡтырырлыҡ ниҙәр бар икән? Асҡысы ҡайҙа ятҡанын күптән белә инек, яңыларға оҡшамаған ҙур еҙ асҡыс Буратино әкиәтендәгегә ҡарағанда саҡ ҡына ҡайтышыраҡтыр.
Һандыҡ ҡапҡасын саҡ күтәреп, стенаға терәтеп ҡуйҙыҡ та нафталин, тағы әллә ниндәй боронғолоҡ еҫе аңҡыған һандыҡ эсенә йомолдоҡ. Бала-саға өсөн ҡыҙыҡ булырҙай әйбер тапмайынса, бер төргәкте һөйрәп сығарҙы апайым. Әле лә күҙ алдында: аҡ ерлеккә күк ҡыңғырау сәскәләре төшөрөлгән ситса тауар. "Әйҙә, һиңә күлдәк тегәбеҙ!" – тине ул. Миңә тигәс ни, ҡыуанып, йәһәтләп баш ҡаҡтым. Ул арала апайым, машинканың ҡапҡасын алып ташлап, ебен тикшерә лә башланы. Шунан тауарҙы иҙәнгә яҙып ебәреп, минең иҫке күлдәкте өҫтөнә һалып, "күлдәк тегеүҙең ниндәй ҡыйынлығы бар?" тип һөйләнә-һөйләнә ҙур ғына ҡайсы менән киҫкеләй ҙә башланы. "Бына хәҙер тыҡылдатып тегеп сыҡһам..." – тип ул иҫке ҡырын тоташтырҙы, итәген текте лә, муйын тирәһен һәм еңдәрҙе төп өлөшкә нисек ултыртырға белмәй баҙап ҡалды. Ә минең түҙемлек етмәй, тиҙерәк яңы күлдәкте кейеп ҡарағы килә.
“Ярай, әйҙә, ашап алайыҡ та дауам итербеҙ”, –
тип апайым "тегенсе" эшен ташланы ла аш бүлмәһенә йүнәлде – туңдырылған әҙер билмәнде бешерергә булып китте.
Күлдәкте тегеп бөтмәгәнгә үсегеп, тәрилкәгә һалынған бешкән билмәндән баш тартып, мейес башына менеп яттым. Шул ваҡыт солан иҙәне шығырҙағаны ишетелде лә ишек асылып китте.
Тимәк, әсәй ҡушҡанса ҡапҡаны бикләргә онотҡанбыҙ. Ишектә һалмыш Зәки бабай күренде. Таушалған ҡиәфәтле күрше ҡарттан шөрләп, икебеҙ ҙә шаҡ ҡатып торабыҙ. Атайҙың командировкаға киткәнен дә белә. Моғайын, әсәйҙең дә машинаға ултырғанын күргәндер. Сысҡандыҡы һымаҡ йомро ҡомһоҙ күҙҙәре өҫтәлгә – минең билмәнле тәрилкәгә төштө бит бының! Эх, ҡотҡарып булманы уларҙы: бер ни әйтмәҫтән бысраҡ ҡулы менән билмәндәрҙе берәмләп алып ҡабалана-ҡабалана һоғондо ла, нисек шым ғына ингән, шулай сығып та китте.
Асығыуым иҫемә төшөп, илар сиккә етһәм дә, теште ҡыҫып өндәшмәнем, эстән генә үҙемде әрләнем, ә тыштан: "Ашаһын әйҙә, шәп булды" – тигән булдым.
Апайымдың, өндәшмәһә лә, ныҡ йәне көйгән: йөҙө ҡыҙарып киткән, миңә бер ни өндәшмәй генә өҫтәлде йыйыштырҙы, аш бүлмәһенән сығып, телевизорҙы ҡабыҙҙы. Күренеп тора: теге тамамланмаған эшенә бер ҙә тотонғоһо килмәй. Ә мин бер аҙҙан ятҡан еремдән төшөп, икмәккә май, вәринйә һылап ашап, сәй эсеп алдым. Үҙемдең күҙ алдында билмәндәр: тәмле булғандыр инде...
Ҡышҡы көн ҡыҫҡа. Эңер төшкәс, һөйләшмәй генә малдарҙы бикләп индек. Оҙаҡламай әсәй ҙә ҡайтырға тейеш инде. Апайым тағы ла аш-һыу тирәһендә йөрөй. Нимә бешерергә булғандыр был юлы. Шым ғына, ҡыҫылмай ғына күҙәтәм: мейескә ут яҡты, картуф әрсеп бешерергә ҡуйҙы. Соландан бер табаҡ он иләп индерҙе лә, йомортҡа һытып, ойотҡан ҡойоп, ҡамыр баҫа башланы. Әһә, әсәй кеүек бәлеш бешерергә уйлай был. Ҡамыры ҡабармаған көйө лә ҙур табаҡ туп-тулы булды. Шул ваҡыт өй янында ғына машина геүләүе ишетелде, икәүләп тәҙрәгә ябырылдыҡ: әсәй ҡайтты!
Мин шатлыҡтан һикереп төштөм, ә апайым ниңәлер, киреһенсә, ҡурҡып киткәндәй булды. Йүгереп барып теген машинкаһының ҡапҡасын рәтләп япты, тегә башлаған тауарҙы һәм уның туралған киҫәктәрен утҡа ташланы ла сипсы менән төпкәрәк этәреп ҡуйҙы. Шунан табаҡтағы ҡамырын ашлы һыу биҙрәһенә ауҙарҙы. Күренеп ятмаһын өсөн әлеге лә баяғы сипсы менән болғатып та ебәрҙе әле ул. Эх тағы ас ҡалдым инде тип кенә уйлап өлгөрҙөм – ишектән әсәй килеп инде. "Йә, нисек торҙоғоҙ минһеҙ?" – тип йылмайып, ҡулындағы моҡсай тулы күстәнәстәрен һуҙҙы беҙгә. "Яҡшы", – тинек бер тауыштан. Әлбиттә, билмәнде ашаған Зәки бабай тураһында ла, тураҡланған ситса тауар, әрәм булып, ашлы һыуға төшкән ҡамыр хаҡында ла ләм-мим өндәшмәнек ул ваҡытта.
Күп йылдар үткәс, студент булғас ҡына, үҙебеҙҙең икәү ҡалғанда ҡылған эштәребеҙ тураһында көлә-көлә һөйләп бирҙек әсәй менән атайға.
Әсәйем асыуланманы: "Вәт һин уларҙы! Ваҡытында һөйләһәгеҙ ҙә, әрләмәҫ инем инде", – тип күңеле күтәренке булғандағыса, кеткелдәп кенә көлөп ҡуйғайны. Ә атайым инде аҙаҡ, был хәл-ваҡиғаны ҡуйыртып, ейән-ейәнсәрҙәренә, йәғни беҙҙең балаларға, гел генә көлөп һөйләр булды...
...Яңы йыл байрамдары яҡынлашһа, әле лә алыҫ үткәндәге бала саҡ мажараһын иҫкә төшөрөп, хәтирәләрҙе яңыртып алабыҙ шулай апайым менән. Үткән замандағы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғаларҙы, атай менән әсәйҙе лә – барыһын-барыһын да һағынып һөйләргә генә ҡалды...
Фото: pinterest