

Өфөлә, TERRA ZIMA фестиваленә ярашлы, бөгөн Ҡарһылыуҙарҙың Бөтә Рәсәй һәм Ҡыш бабайҙарҙың республика парады үтте.
Ҡыш бабайҙарҙы Рәсәй актеры Никита Джигурда етәкләһә, уның ейәнсәре ролен телетапшырыуҙар алып барыусыһы Евгения Машко үтәне.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, парадта меңгә яҡын Ҡыш бабай ҡатнашҡан. Улар Профсоюздар йорто янында йыйылып, аҙаҡ Чернышевский, Ленин, Коммунистик урамдары буйлап үткән. Иң яҡшы персонаждарға бүләктәр тапшырылған. Ҡунаҡһарай янындағы майҙанда Ҡарһылыуҙар төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан.
Яңы йыл байрамдарына арналған ошондай мауыҡтырғыс сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ!
Олег Яровиков фотолары.